-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2011, 15:07

Элемтә һәр кемгә кәрәк

Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «МегаФон» компанияһы артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында һүҙ яңы ҡул ҡуйылған килешеү хаҡында ғына түгел, дөйөм элемтә тармағы хаҡында барҙы.

Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «МегаФон» компанияһы артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында һүҙ яңы ҡул ҡуйылған килешеү хаҡында ғына түгел, дөйөм элемтә тармағы хаҡында барҙы.
Башҡортостандың төпкөлдәге һәр бер ауылында да элемтә булырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта интернет, кеҫә телефоны менән ҡулланып булмаған урындар күп булмаһа ла, һаман да бар. Элемтә тармағындағы «аҡ таптар»ҙы бөтөрөргә тырышыу – бөгөнгө көндөң талабы.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов билдәләүенсә, элемтә компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү аныҡ сараларҙы күҙ уңында тота. Пландарҙы тормошҡа ашырыу механизмы ла алдан уйланылған. Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән ике яҡтың да бурыстары арта, уларҙы башҡарып сығыу тотош республика халҡына сифатлы кәрәҙле элемтәне тулы ҡеүәтенә ҡулланырға юл асасаҡ. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса, «МегаФон» компанияһының төп абонент базаһы ла артҡандан-арта бара һәм бөгөн 1,8 миллион кеше тәшкил итә. Шулай ҙа, кеҫә телефонды менән һәр кем тиерлек файҙаланһа ла, интернетты ҡулланыусылар араһында ауыл менән ҡаланыҡыларҙың айырмаһы бик ҙур.
«МегаФон» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Волга буйы филиалының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе директоры Михаил Икононников билдәләүенсә, компания халыҡты сифатлы интернет менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡарасаҡ. Бер кемгә лә сер түгел – бәләкәй ауылдарҙа интернет инфраструктураһы насар үҫешкән. Хәҙер шундай урындарҙа ла юғары тиҙлекле мобиль интернет хеҙмәтен күрһәтеү стратегик план булып тора. Хатта ауылдарға мобиль интернетты мөмкин тиклем әүҙемерәк еткереү менән тағы ла етдиерәк шөғөлләнәсәктәр. Шуға ла был юҫыҡта төп көс республика райондарына йүнәлтеләсәк.
Әлбиттә, интернетлы булыу кешеләр өсөн күп мөмкинлек аса, шуға ла ул Башҡортостандың һәр кешеһе өсөн уңайлы шарттарҙа барып етергә тейеш. Быйыл беҙҙең төбәктә йәшәүселәрҙең 80 проценттан ашыуы 3G технологияһы менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Лилиә СИРАЕВА.