Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2011, 20:05

Тағы ла өшөйбөҙ әле...

Инде ҡояш нурҙарына күмелеп, рә­хәтләнеп яҙ һулышын тоя башлағайныҡ, ҡыш үҙен тиҙ генә оноторға ярамағанлығын аңлата һалды. Ял көндәрендә Баш­ҡортостан халҡын тағы ла һыуыҡтар көтә. Был хаҡта метеорологтар хәбәр итә. 26 һәм 27 мартта һауа температураһы төндә 15 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы 3 градустан да күтәрелмәйәсәк. Етмәһә, ҡарлы-боҙло ямғыр яуасаҡ.Һалҡындар киләһе аҙнала ла дауам итәсәк. Көндәр 30 мартта ғына аҙыраҡ йылына башлай, тип вәғәҙә итә синоптиктар.Л. СОЛТАНОВА.

Тағы ла өшөйбөҙ әле...
Тағы ла өшөйбөҙ әле...
Инде ҡояш нурҙарына күмелеп, рә­хәтләнеп яҙ һулышын тоя башлағайныҡ, ҡыш үҙен тиҙ генә оноторға ярамағанлығын аңлата һалды. Ял көндәрендә Баш­ҡортостан халҡын тағы ла һыуыҡтар көтә. Был хаҡта метеорологтар хәбәр итә.
26 һәм 27 мартта һауа температураһы төндә 15 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы 3 градустан да күтәрелмәйәсәк. Етмәһә, ҡарлы-боҙло ямғыр яуасаҡ.
Һалҡындар киләһе аҙнала ла дауам итәсәк. Көндәр 30 мартта ғына аҙыраҡ йылына башлай, тип вәғәҙә итә синоптиктар.
Л. СОЛТАНОВА.
Читайте нас: