-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2011, 05:32

Республика башлығы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының эшлекле даирәләре делегацияһы етәксеһе сифатында Сәғүд Ғәрәбстанындағы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты.Джиддәгә сәфәре барышында төбәк башлығы “Рәсәй – ғәрәп донъяһы” Рәсәй – Ғәрәбстан бизнес-диалогын асты, Сәғүд Ғәрәбстанының төп эшҡыуарҙары һәм башҡа илдәрҙән иҡтисади форум делегаттары алдында сығыш яһаны.

Рөстәм Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының эшлекле даирәләре делегацияһы етәксеһе сифатында Сәғүд Ғәрәбстанындағы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты.
Джиддәгә сәфәре барышында төбәк башлығы “Рәсәй – ғәрәп донъяһы” Рәсәй – Ғәрәбстан бизнес-диалогын асты, Сәғүд Ғәрәбстанының төп эшҡыуарҙары һәм башҡа илдәрҙән иҡтисади форум делегаттары алдында сығыш яһаны.
Эшҡыуарҙар менән әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың конструктив диалог өсөн асыҡ һәм төбәк иҡтисадына сит ил капиталын йәлеп итеү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырырға әҙер булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы инвесторҙарҙы Башҡор­тос­тан­ға килергә, төбәк менән хеҙмәттәшлек перспективаларын баһаларға саҡырҙы.
20 мартта Рөстәм Хәмитов Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Унда фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре күтәрелде. Ойошманың генераль секретары резиденцияһында Рөстәм Хәмитов Джиддәнең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты шәйех Сәлих Камил менән аралашты. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм яҡын арала ике яҡлы иҡтисади бәйләнештәр өсөн ҡеүәтте һәм мөмкинлектәрҙе өйрәнеү өсөн республикаға бер төркөм эксперт ебәрергә ниәтләүен белдерҙе. Рөстәм Хәмитов шәйех Сәлих Камилды «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үткәрелгән көндәрҙә Башҡор­тос­танға саҡырҙы.
Артабан Рөстәм Хәмитов Ислам үҫеш банкыһы етәксеһе Әхмәд Мөхәммәд Али менән осрашты. Республика менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен баһалау өсөн Баш­ҡор­тостанға банк делегацияһын ебәреү ихтималлығы тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Джиддәлә Башҡортостан делегацияһы күренекле ватандашыбыҙ, совет дипломаты, шәрҡиәтсе Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың эшмәкәрлегенә бәйле иҫтәлекле урын­дар­ҙа булды.
Әр-Рияд провинцияһы гу­бер­наторы принц Сәлмән бин Әбдел Азиз менән осрашыуҙа мәҙәни алмашыу тура­һында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде.