Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2011, 05:33

Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде

Мәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең 22 мартта үткән ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иван Могильников тәғәйенләнде.Могильников Иван Петрович 1956 йылдың 19 декабрендә Сверд­ловск өлкәһе Саҙы райо­нының Саҙы ауылында тыуған. Юғары белемле – Силәбе дәүләт педагогия институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде
Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде
Хәйбулла районы му­ниципаль район хакимиәтенең 22 мартта үткән ултырышында му­ниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Рөстәм Хәйруллин тәғәйенләнде.
Хәйруллин Рөстәм Рәүҙәт улы 1973 йылдың 22 майында Ишембайҙа тыуған. Юғары белемле – Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
2010 йылдан әлеге көнгә тиклем БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында бүлек начальнигы булып эшләгән.
Читайте нас: