-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2011, 05:35

Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...Яңылыҡтарҙа һәр көн тиерлек ҡайҙа ла булһа ер тетрәүе хаҡында хәбәр итәләр. Әле тағы ла Таиланд сигендә көслө ер тетрәү булды. Унда 60 кеше һәләк булған. Был исемлек тулы түгел, әлбиттә. Урында ҡотҡарыу эштәре дауам итә.Японияла ла көнөнә егермешәр тапҡыр ер тетрәүе теркәлеп тора. Улар 10 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән тәүге ер тетрәүҙән көсһөҙөрәк булһа ла, халыҡта ҡурҡыу тойғоһо уята.

Был аҙнала беҙҙе...
Хәүефләндерҙе...
Яңылыҡтарҙа һәр көн тиерлек ҡайҙа ла булһа ер тетрәүе хаҡында хәбәр итәләр. Әле тағы ла Таиланд сигендә көслө ер тетрәү булды. Унда 60 кеше һәләк булған. Был исемлек тулы түгел, әлбиттә. Урында ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
Японияла ла көнөнә егермешәр тапҡыр ер тетрәүе теркәлеп тора. Улар 10 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән тәүге ер тетрәүҙән көсһөҙөрәк булһа ла, халыҡта ҡурҡыу тойғоһо уята.

ҡыуандырҙы...
Быйыл ярты литр араҡының хаҡы кәмендә 150 һум буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. РФ Финанс министрлығы бер литр һыуһыҙ спиртҡа билдәләнгән акциз маркаһының хаҡын 210 һумдан 330 һумға тиклем күтәрергә тәҡдим итә. 2012 йылда акциз маркаһының хаҡы – 490, ә 2013 йылда 650 һумға тиклем етеүе ихтимал.

ҡурҡытты...
Япониялағы ер тетрәүенән һуң зыян күргән атом электр станцияһынан тирә-яҡҡа радиоактив матдәләр таралыуы дауам итә.
Хәҙер был матдәләр Америка ҡушма Штаттарына һәм Исландияға тиклем барып еткән. Яҡын киләсәктә тәбиғәт һәләкәтенән һуң килеп сыҡҡан был проблеманың эҙемтәһе планетаның башҡа урындарына ла барып етәсәк, тигән ҡурҡыныс бар.

Аптыратты...
Быйыл Рәсәй әрмеһендә һалдаттар араһында енәйәттәр ҡырҡа артҡан. Хәрби час­тарҙа «милли» бандаларҙың ойошоп, яңы саҡы­рыл­­ған һалдат­тар­­ҙы «тәрбиәләргә» тырышыуы эш­те тағы ла ҡатмарлаштыра. Был хаҡта хәрби прокуратура вәкилдәре сығыш яһаны.
Улар 2011 йылдың ике айы эсендә генә әрмелә 500-ҙән ашыу енәйәт теркәлеүе хаҡында хәбәр итә. Быға тиклем күпселек осраҡта офицерҙар һалдаттарға ҡаршы енәйәт ҡылһа, хәҙер, башлыса, һалдаттар үҙ-ара ыҙғыша.