Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2011, 05:33

Арҙаҡлы илсегә арналды

Өфөлә билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнеш тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара фән­ни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның эшендә Әзер­байжан, Үзбәкстан, Болгария, Бельгия, Голландия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Франция, АҡШ-тан дипломаттар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Сараның маҡсаты – Рәсәйҙең ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәрен көйләүҙә тарихи тәжрибәһен өйрәнеү.

Конгресс-холда «Көнсы­ғыш­тағы беҙҙең ил дипломатияһы», «Күп конфессиялы Рәсәй тарихында һәм мәҙәниәтендә ислам», «Көнбайыш һәм Көнсығышта ислам: цивилизациялар диалогы» темаларына арналған «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелде. Кис­ен конференция ҡунаҡтары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асан­баевтың «ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған театрлаштырылған тамашаны ҡараны.
З. ХӘСӘНОВА.

(Конференция тураһында ентекләберәк гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас: