Өфөнөң Муса Гәрәев исемендәге аэродромынан алыҫ түгел урында Ка – 26 вертолеты һәләкәткә тарыған.
Уның эсендә ике кеше була. Береһе, йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. ҡолап төшкән вертолет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янып бөтә. Һәләкәт урынына ҡотҡарыусылар килгәндә, машинанан тимер ҡалдыҡтар ғына ҡалған була. Вертолеттың Авиация һәүәҫкәрҙәре федерацияһына ҡарағанлығы билдәле.
Әле Өфө транспорт прокуратураһы белгестәре һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл.
Р. НУРИСЛАМОВА.