-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2011, 13:00

Өс һөйләм менән

Баш ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер системаһы БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре файҙаланған «Хәүефһеҙ ҡала» видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылды. Хәҙер Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Өфө урамдарын һәм объекттарын реаль ваҡыт режимында күҙәтә, бөтөн ҡала буйынса урынлаштырылған камераларға төшөрөлгән мәғлүмәт тәүлек әйләнәһенә эшләгән мониторҙарға тапшырыла. Әлеге система ялған шылтыратыуҙарға иғтибар бирмәй, производство, кеше ресурстарын бушҡа сарыф итмәү мөмкинлеге бирә.

Баш ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер системаһы БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре файҙаланған «Хәүефһеҙ ҡала» видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылды. Хәҙер Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Өфө урамдарын һәм объекттарын реаль ваҡыт режимында күҙәтә, бөтөн ҡала буйынса урынлаштырылған камераларға төшөрөлгән мәғлүмәт тәүлек әйләнәһенә эшләгән мониторҙарға тапшырыла. Әлеге система ялған шылтыратыуҙарға иғтибар бирмәй, производство, кеше ресурстарын бушҡа сарыф итмәү мөмкинлеге бирә.

Башҡортостан йәштәре «Рәсәйҙең милли байлығы» конкурсының һуңғы турына үтте. Республиканан бәйгенең йомғаҡлау этабында 20-нән ашыу студент һәм уҡыусы сығыш яһаясаҡ. Презентация 1 апрелдә үтәсәк.

Мәскәүҙә үткән сираттағы китап күргәҙмәһендә Рәсәйҙең иң ҙур китап нәшерселәре билдәләнде. Был исемлеккә, «ЭКСМО», «Дрофа», «Просвещение», «АСТ» кеүек билдәле нәшриәттәр менән бер рәттән, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте лә инде. Ул китап сығарыу, тираж буйынса милли нәшриәттәрҙең барыһын да уҙҙырған.

«Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов менән компьютер графикаһы һәм анимация буйынса рәссам Таңсулпан Бураҡаева Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) ағзаһы илдәренең Кинематографистар советы ултырышында ҡатнаша. Ул ошо көндәр­ҙә Төркиәнең баш ҡалаһында XXII Анкара халыҡ-ара кинофес­тивале сиктәрендә үтә. Ултырышта ҡатнашыусылар берлектәге кино һәм кинопрокат селтәре баҙарын формалаштырыу, кинофестивалдәр ойоштороу һәм бергәләп кинофильмдар төшөрөү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Республикала медицина һәм фармацевтика сәнәғәтен үҫтереү программаһы булдырыласаҡ. Ул медицина фәнен, фармацевтика эшмәкәрлеген һәм дауалау ҡорамалдарын етештереүҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Был үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙарҙы һатыу­ға күберәк сығарыу мөмкинлеген бирәсәк.

БР Профсоюздар федерацияһы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары араһында «Студент яҙы – 2011» фестиваленең иң яҡшы символына конкурс иғлан итте. Быйылғы «Студенттар яҙы» символына әйләнәсәк һын 35 – 40 сантиметр бейеклектә булырға тейеш. Конкурс эштәре 8 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Телефон аферистары кешеләргә «һөжүм»ен дауам итә. Баш ҡалала үҙен хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре тип танытҡан ир һикһән йәшлек әбейгә, улығыҙ бер нисә кеше һәләк булған аварияла ғәйепләнә, уны төрмәгә ултыртмаҫ өсөн аҡса кәрәк, тип мөрәжәғәт итә. 150 мең һум аҡсаһын уға тотторғандан һуң ғына әбей улына шылтыратырға ҡарар итә, ә был ваҡытта енәйәтсенән елдәр иҫкән була.

Предприятиелар һәм ойошмалар араһында «Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2011» республика конкурсы үтте. Финалға өс тиҫтәгә яҡын гүзәл зат араһынан ун бере генә һайлап алынды. Ике сәғәт ярым барған марафонда Өфөнөң 21-се дауаханаһы эндокринологы Жанна Бәлхийә­рова еңеүсе тип табылды.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.