-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2011, 05:07

Иң мөһиме – дөрөҫ мәғлүмәт биреү

Илдең төп мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе ИТАР-ТАСС-тың «Рәсәй яңылыҡтары» хеҙмәте етәксеһе, журналист Сергей Баженов яңыраҡ Өфөлә булып китте. «Башин­форм» агентлығында республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистары менән осрашыуҙа ул агентлыҡтың эшмәкәрлеге, эш принциптары, структураһы тураһында һөйләне.

Илдең төп мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе ИТАР-ТАСС-тың «Рәсәй яңылыҡтары» хеҙмәте етәксеһе, журналист Сергей Баженов яңыраҡ Өфөлә булып китте. «Башин­форм» агентлығында республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистары менән осрашыуҙа ул агентлыҡтың эшмәкәрлеге, эш принциптары, структураһы тураһында һөйләне.
– Беҙҙең эштә иң мөһиме – мәғлүмәттең оперативлығы, дөрөҫлөгө һәм яуаплылыҡ. Илдә мәғлүмәт агентлыҡтары күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙ башҡаларҙан дәғүәселектә мотлаҡ дөрөҫләнгән яңылыҡтар еткереүебеҙ менән алдырабыҙ. Уларҙан айырмалы рәүештә, беҙҙә төҙәтмәләр биреү – бик һирәк осраған күренеш. Шуға ла ИТАР-ТАСС-та ниндәйҙер бәхәсле яңылыҡ сыға икән, был хәл-ваҡиға дөрөҫ, тигән фекер нығынған, – тине ул, үҙҙәренең эше менән таныштырып.
Етәксенең билдәләүенсә, әгәр ҙә дәғүәселәр уларҙан бер минутҡа булһа ла алдан яҙһа, был агентлыҡта ғәҙәттән тыш хәл иҫәпләнә. Яңылыҡтар хеҙмәтендә ял юҡ – мәғлүмәттәр тәүлек әйләнәһенә туҡтауһыҙ бирелә. Бөгөн ИТАР-ТАСС-тың Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә хәбәрсе пункттары бар. Хәбәрселәргә төп талап – оператив эшләү һәм дөрөҫләнгән генә хәбәрҙе еткереү. Меңләгән журналисты берләштергән агентлыҡ көн һайын А2 форматын күҙ уңында тотҡан 15 битле 5 – 10 гәзитлек яңылыҡтар сығара. Беҙ көн һайын телевизор экрандарынан ҡараған «Вести», «Новости», «Сегодня» программаларындағы яңылыҡ­тар­ҙың 70 – 80 проценты ИТАР-ТАСС-тан алынған. Жанрҙар төрлөлөгөнә килгәндә, улар төрлө – бер юллыҡ мәғлүмәттәрҙән алып ҙур күләмле мәҡәләләргә тиклем.
«Беҙҙең агентлыҡтың үҙенсәлеге шунда: сәйәси бәхәстәргә ҡыҫылмайбыҙ. Был процестарҙан ситтә тороп, конфликтлы хәлде ситтән күҙәтәбеҙ. Һуңынан ошо факт нигеҙендә, унда ҡатнашыусыларҙың фекерен биреп, объектив баһа бирергә ынтылабыҙ», – ти, агентлыҡтың эшләү алымдарын баһалап, С. Баженов.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ИТАР-ТАСС яңы проекттар өҫтөндә лә әүҙем эшләй. Күптән түгел «ТАСС-метро» тигән проект бойомға ашырыла башлаған. Метро көткәндә юл йөрөүселәр экрандарҙа күрһәтелгән мәғлүмәт порталынан Рәсәйҙә, сит илдә ниндәй ваҡиғалар барғанын белә, үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәттәр ала.
Агентлыҡ хәбәрселәр пункттарын тағы ла киңәйтеүҙе лә күҙ уңында тота.

З. ХӘСӘНОВА.