-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2011, 05:03

Донъя яңылыҡтары

Япония халҡы сыҙамлылыҡ өлгөһө күрһәтәҺуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Япониялағы һәләкәттә 8 мең 649 кеше һәләк булған. 13 меңгә яҡын кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. ҡот­ҡарыусылар тәбиғәт һәләкәтенә дусар булған урындарҙы нығыраҡ үткән һайын үлгән кешеләрҙең исемлеге арта. Был исемлектәрҙе төҙөү бик ауыр. Сөнки цунами халыҡты асыҡ диңгеҙгә ағыҙып алып киткән.

Япония халҡы сыҙамлылыҡ өлгөһө күрһәтә
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Япониялағы һәләкәттә 8 мең 649 кеше һәләк булған.
13 меңгә яҡын кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. ҡот­ҡарыусылар тәбиғәт һәләкәтенә дусар булған урындарҙы нығыраҡ үткән һайын үлгән кешеләрҙең исемлеге арта. Был исемлектәрҙе төҙөү бик ауыр. Сөнки цунами халыҡты асыҡ диңгеҙгә ағыҙып алып киткән.
Етмәһә, мәйеттәрҙең күбеһен асыҡлау мөмкин түгел, улар ҙа хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә. Тотош ғаиләләрҙең һәләк булыуын, урамдарҙың юҡҡа сығыуын иҫәпкә алғанда, кемлеген асыҡлап булмаған мәйеттәр күп буласаҡ, тип билдәләнә. Сабыр Япония халҡы ошондай хәлдә лә сыҙам ҡала, бәләгә тырыған кешеләр бер-береһенә ихлас ярҙам күрһәтә.

Төп юл ябылды

Боҙлауыҡ, көслө ел, ҡар яуыуы арҡаһында М – 5 «Урал» трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатылды. Бигерәк тә Татарстанға барыу ҡыйынға төштө.
Һөҙөмтәлә, М – 5 «Урал» трассаһында 60 саҡрымлыҡ «тығын» барлыҡҡа килде. Меңдән ашыу ҙур йөк машинаһы, еңел автомобиль юлда туҡтап ҡалды.

«Тиҙ ярҙам» ашыҡмаһа ла була

Мәскәүҙең Кутузов проспектында хөкүмәт кортежын үткәреп ебәреү өсөн «Тиҙ ярҙам» машиналарын да туҡтатып торалар.
Ошо хәлде күрһәткән видеоролик интернетҡа ҡуйылғандан һуң, халыҡта ризаһыҙлыҡ уятты.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса тәүҙә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй ине. Хәҙер рәсми сайттарҙа: «Тиҙ ярҙам» машиналары әллә ни ауырымаған сирлеләр янына китеп барған булған», – тип яҙалар. Йәнәһе, уларҙың юлда чиновниктарҙы үткәреү өсөн туҡтап тороуы кешеләрҙең сәләмәтлегенә әллә ни зыян килтермәгән.

Туғандар бергә уҡымаясаҡ

Мәскәү ҡалаһында балаларҙы беренсе синыфҡа мәктәпкә алғанда бер йортта йәшәүселәрҙе һәм туғандарҙы бер үк мәктәпкә алыр­ға тырышыу принцибы эшләй ине.
Әле илдең баш ҡалаһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре бындай принципты дөрөҫ тип тапмауын хәбәр итте.
Беренсе синыф уҡыусыларын уҡырға алғанда ниндәйҙер льготалар йәки сикләүҙәр уйлап табыу Конституция нормаларына ҡаршы килә. Һәр бала үҙе теләгән мәктәптә уҡырға хаҡлы. Тик шуныһы ла бар – бөтә мәктәптәрҙең дә кимәле бер иш түгел, хәҙер бөтәһе лә абруйлы белем усаҡтарына эләгергә тырыша. Былтыр балаларын һәйбәт мәктәпкә бирергә тырышып ыҙғышҡан ата-әсәләрҙе тынысландырыу өсөн милицияға ла мөрәжәғәт итергә тура килгәйне.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.