-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2011, 18:22

«Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш йүнәлеше»

Мөһим документта республика етәксеһе төбәктә власть үҙгәреүенә бәйле хәлдәргә баһа бирҙе, Башҡортостандың сәйәси системаһының был һынауҙы лайыҡлы үтеүен, республикала әүҙем ижтимағи дискуссия барыуын билдәләне. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, сәйәсәт нәҡ шундай булырға тейеш – асыҡ һәм билдәле. «Президент булараҡ үҙемә шундай маҡсат ҡуям: власть – кешеләр өсөн. Граждандар власть алып барған сәйәсәтте төҙөүҙә ҡатнашырға тейеш. Беҙ кешегә республикалағы влас­тың намыҫ менән яуаплы эшләүен иҫбат итергә бурыслы. Властың дөрөҫлөгө, намыҫлылығы уның һөҙөмтәлелегенең беренсе шар­ты», – тине Президент Мөрәжәғәтнамә­һен­дә. Артабан ул бөгөн көн үҙәгендә торған мәсьәләләргә, проб­лемаларға һәм күҙаллауҙарға туҡталды.

«Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш йүнәлеше»
Мөһим документта республика етәксеһе төбәктә власть үҙгәреүенә бәйле хәлдәргә баһа бирҙе, Башҡортостандың сәйәси системаһының был һынауҙы лайыҡлы үтеүен, республикала әүҙем ижтимағи дискуссия барыуын билдәләне. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, сәйәсәт нәҡ шундай булырға тейеш – асыҡ һәм билдәле. «Президент булараҡ үҙемә шундай маҡсат ҡуям: власть – кешеләр өсөн. Граждандар власть алып барған сәйәсәтте төҙөүҙә ҡатнашырға тейеш. Беҙ кешегә республикалағы влас­тың намыҫ менән яуаплы эшләүен иҫбат итергә бурыслы. Властың дөрөҫлөгө, намыҫлылығы уның һөҙөмтәлелегенең беренсе шар­ты», – тине Президент Мөрәжәғәтнамә­һен­дә. Артабан ул бөгөн көн үҙәгендә торған мәсьәләләргә, проб­лемаларға һәм күҙаллауҙарға туҡталды.

Власть халыҡты ишетә һәм тыңлай белһен

Проблемалар хаҡында асыҡтан-асыҡ фекер алышыу арҡаһында беҙ быға тиклем файҙаланылмаған ресурстарға иғтибар иттек. Бының тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Сит ил инвестицияларының 2009 йылға ҡарата 80 процентҡа үҫеүе күҙәтелде. Сәнәғәттә лә хәл-тороштоң үҙгәреүе күренә – етештереү 14 процентҡа артҡан.
Республиканың үҫеш йүнәлешен хөкүмәт кенә түгел, ә депутаттар корпусы, урындағы үҙидара, йәмәғәтселек тә билдәләргә тейеш. Сәйәси ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә мөмкин тиклем күберәк кеше ҡатнашһын өсөн заманса мәғлүмәт технологияларының төп ҡорал булыуы мотлаҡ. Беҙҙең эшмәкәрлек хаҡында ҡыҙыҡһынған барыһы ла белә алһын ине. Логика ябай – власть халыҡты ишетергә һәм тыңларға тейеш. Ябыҡлыҡҡа, консерватизмға һәм сәйәси конкурентлыҡты сикләүгә нигеҙләнгән стратегияның эшләй алмауын беләбеҙ. 2000 йылдарҙан ил асыҡлыҡ яғына үҙгәрә башланы. Уға эйәреп, Башҡортостан сәйәсәте лә үҙгәрергә тейеш.

Эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ

Уларҙы өҫтөнлөклө итеп билдәләүем дә юҡҡа түгел. Нәҡ ошо йәһәттән беҙҙә хәл итеп еткерелмәгән мәсьәләләр күп. Эшһеҙлек илдәге уртаса күрһәткестән дә юғары. Мәшғүллек үҙәктәрендә 39 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Был юҫыҡта бөтә эшһеҙҙәрҙең дә хеҙмәт биржаһына килмәүен онотмаҫҡа кәрәк. Эш хаҡына килгәндә, республикала был күрһәткес тә уртаса ил кимәленән сирек самаһына түбән. Эшләүселәрҙең 80 проценты айына 20 мең һумдан да артыҡ алмай. Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә беҙ илдә 56-сы урында киләбеҙ. Ипотекаға торлаҡ алырға иһә граждандарҙың 15 – 20 процентының ғына мөмкинлеге бар. Ошо проблеманы хәл итеү мотлаҡ, әммә уның өсөн бюджетҡа өҫтәмә килем кәрәк. Республикала эре милек ҡалмаған тиерлек. «Башнефть», «Газпром» кеүек иң ҙур һалым түләүселәрҙең дә ҡапыл ғына түләүҙәрҙе арттырыуына ышаныс юҡ. Шуның өсөн хөкүмәткә булған хужалыҡты тәртипкә килтереп, яңы, интенсив үҫеш моделе уйлап табырға кәрәк. Ресурстарҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү ҙә – төп бурыс.

Ер һәм урман – мәңгелек мәсьәлә

Башҡортостандағы ресурстарҙың күбеһе бөгөн хужалыҡ әйләнешендә ҡатнаштырылмай. Ерҙәрҙең байтаҡ өлөшө милектең теркәлмәгән, кемдеке икәне билдәле түгел – федерацияныҡымы, республиканыҡы йә муниципалитеттыҡымы. Шулай булғас, уның ҡулланылышы рәсми иҡтисадта сағылыш тапмай. Ер, хатта теркәлгән хәлдә лә, килем бирмәгән, уның өсөн түләмәгән ҡуртымсыларға бирелә. Урман менән дә шундай хәл. Рәсми иҡтисадта урман сәнәғәте бөтөнләй юҡ тиерлек, шул уҡ ваҡытта урман контролһеҙ рәүештә күпләп ҡырҡыла, ә табыш күләгәлә ҡала. Был тармаҡта кисекмәҫтән тәртип булдырыу талап ителә.

Инвесторҙар беҙгә киләсәк әле

Бөгөн Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген 26 норматив акт көйләй. Был документтар төрлө ваҡытта ҡабул ителгән һәм маҡсаттары ла төрлө, шунлыҡтан хатта бер-береһенә ҡаршы килә. Бындай буталыш ришүәтселеккә уңай, ә инвесторҙарға – киреһенсә. Тиҙҙән ошо акттарҙы тәртипкә килтереп, механизмдарын ябайлаштырып, бишәүгә генә ҡалдырасаҡбыҙ. ҡабул ителгән «Капитал һалыуҙар формаһында инвестиция эшмәкәрлеге тураһында»ғы законды «беренсе ҡарлуғас» тиергә мөмкин. «Льготалар тураһында», «Дәүләт-шәхси партнерлығы тураһында» закон проекттары ла әҙерләнә. Улар Башҡортостанда инвестиция һалыу өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн бик мөһим. Беҙҙең бурыс – республикала эре сәнәғәт кластерҙары, яңы етештереү предприятиелары булдырыу. Инвесторҙарҙың беҙгә ышаныуы менән генә республика иҡтисадын реиндустриялизациялауға өмөт итә алабыҙ. Был осраҡта юғары хеҙмәт хаҡы менән эш урындары булдырылыуы ла, бюджет килемдәренең үҫеүе лә мөмкин. Тәүге һөйләшеүҙәрҙән сығып, киләһе бер нисә йылда инвестициялар күләменең тиҫтәләрсә миллиард һумға барып баҫасағын билдәләп була.

Кем эшләй, шул ярҙам ала

Иҡтисад уңышы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫешенә лә бәйле. Уға булышлыҡ итеүҙең аныҡ механизмын төҙөү зарур. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы бүлеү системаһын үҙгәртеү талап ителә. Бынан һуң аҡса, ысынлап та, эшләгән кешеләргә генә биреләсәк, ә дәүләттән ярҙам алыуҙы «һөнәргә» әйләндергәндәргә түгел. Әлегә эшҡыуарҙар тарҡау, инициативаһыҙ. Әгәр ҙә бизнес коллектив эшләү стратегияһына күсмәһә, дөйөм алғанда, хәл-торош яҡшыға үҙгәрмәйәсәк. Бигерәк тә төпкөлдә бәләкәй эшҡыуарлыҡ кәртәләргә осрай. Муниципаль власть та уны булышлыҡ итеү кәрәк булған «союздаш» итеп күрмәй. Әгәр муниципалитетта һалым түләгән, эш урындары булдырған бизнес юҡ икән, тимәк, был район йә ҡала ярлы, тигән һүҙ. Әле урындарҙа хакимиәт башлыҡтары үҙ бюджетының дәүләт бюджетына бәйлелеген кәметеү механизмдарын төҙөй. Улар өсөн эшҡыуарлыҡ – төп һәм берҙән-бер ышаныслы «союздаш».

Ауыл кешеһе онотолмаясаҡ

Беҙ Башҡортостан халҡының 40 проценты ауылда йәшәүен оноторға тейеш түгелбеҙ. Бында комплекслы эш алып барыу мотлаҡ. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларының төп фондтарынан 10 – 15 проценты ғына тейешенсә милек итеп теркәлгән. Ошолар ғына баҙар әйләнешенә индерелгән. Шулай булһа ла, беҙҙең ауыл хужалығына килергә теләүсе инвес­торҙар бар. Һөйләшеүҙәр алып барыла, эш башлау өсөн объекттарға милексе хоҡуғы талап ителә.
Ауылда продукция күбеһенсә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа етештерелә. Уларҙы берләштерә торған структура юҡ. Ошо йүнәлештә эш алып барырға кәрәк. Муниципалитеттар халыҡтан продукция һатып ала йә эшкәртеүгә ебәрә торған предприятиелар төҙөргә бурыслы. Бынан барыһы ла отасаҡ: крәҫтиән «тере» аҡсалы буласаҡ, муниципалитеттар – килемле предприятиелы, ә эшкәртеүселәр ит, һөт, йәшелсә, йомортҡа менән ышаныслы тәьмин ителәсәк. Республикала иһә ауыл хужалығы үҫешәсәк. Был юҫыҡта ҡулланыусылар кооперацияһы менән эшләү ҙә мөһим.

Төҙөйбөҙ ҙә ул...

Төҙөлөш тармағындағы бөгөнгө хәл ҡыуандырмай – 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләме 15 процентҡа тиклем кәмегән. Ер участкалары тирәләй сират барлыҡҡа килгән. Һуңғы ваҡытта төҙөүселәргә ер бүлеү туҡтатылды тиерлек. Республикала ер етерлек, беҙ төҙөлөш ойошмаларын – эшһеҙ, кешене торлаҡһыҙ ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Хөкүмәт ер ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр төҙөнө. Улар буйынса эконом класлы торлаҡ төҙөү өсөн участка бүлгәндә етди ташламалар ҡаралған. Тағы ла ике мөһим мәсьәлә бар. Беренсенән, төҙөлөш участкаларын инфраструктура менән тәьмин итеү. Әгәр эконом класлы торлаҡ төҙөлә икән, ул, башлыса, дәүләт иҫәбенә булырға тейеш. Икенсенән, социаль ипотеканы үҫтереү. Быйылғы бюджет­та кредиттарҙың процент ставкаһы өлөшөн субсидиялауға 450 миллион һум аҡса билдәләнгән. Был беҙҙең граждандар өсөн ипотека мөмкинлеген киңәйтәсәк, тип уйлайбыҙ.

Яҡларбыҙ, һаҡларбыҙ

Йәмғиәттең ғәҙеллек кимәле уның яҡлау­һыҙыраҡ граждандарына мөнәсәбәтенән беленә. Балалар, инвалидтар, пенсионерҙарҙың тормошон еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләү – Хөкүмәттең иң мөһим бурысы. Киләһе биш йылда балалар баҡсалары төҙөүгә 9 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйылдан башлап тәрбиәгә бала алыусыларға «әсәлек капиталы»на (бөгөн был сумма 365 мең һумдан күберәк) тиң күләмдә аҡса бирелә башлай. Етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү проблемаһын да ошо йылдарҙа хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Әлегә был тармаҡта боҙоҡлоҡтар, законһыҙлыҡтар күп. ҡайһы бер муниципалитеттарҙа түрәләр сиратҡа етемдәрҙе түгел, ә үҙҙәренекен ҡуя. Бындай эш менән килешергә ярамай. Хөкүмәт етемдәрҙе интернаттан һуң да ташламаясаҡ, был юҫыҡта махсус программа раҫланды.
Пенсионерҙарҙың тормошон яҡшыртыуға ла байтаҡ көс һалырға кәрәк. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, күптәре онотола, кәрәкмәгәнгә әйләнә. Киләһе ике йылда бөтә республикала «өсөнсө йәштәгеләр» өсөн халыҡ университеты филиалдары эшләй башлаясаҡ. Социаль туризм программаһын бойомға ашырыуға быйыл 40 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Бынан тыш, республика ҡалаларының «ҡартлыҡ шатлыҡ булған ҡала» тип аталған Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы программаһына ҡушылыуын ойошторорға фарман бирҙем. Республика Рәсәй төбәктәренән тәүгеләрҙән булып ошо проектҡа ҡушыласаҡ.
Инвалидтар өсөн республика махсус «Мөмкин булған мөхит» («Доступная среда») программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итәсәк.

Әйткәндәй
Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтна­мәһен халҡыбыҙҙың бөйөк эпосындағы һүҙҙәр менән тамамланы:
– Башҡорттоң «Урал батыр» эпосында төп герой былай ти: «Беҙ күпме йәшәһәк тә, көслө һәр ваҡыт көсһөҙҙө «ашай». Әйҙәгеҙ, ошо яман йоланан баш тартайыҡ». Был һүҙҙәр осраҡлы түгел, улар – тарихи. Ғәҙеллектә йәшәргә ынтылыу – беҙҙең граждандарҙың иң төп ынтылышы. Беҙ ошо хаҡта онотмаһаҡ, барыһы ла булыр.


Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.