Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2011, 17:30

Федерация Советында – Башҡортостандан яңы вәкил

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Анатолий Бон­дарукты Рәсәй Федераль Йы­йылы­шының Федерация Сове­ты ағзаһы – Федерация Сове­тын­да Башҡортостан Республи­ка­һының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. «Селена» төркөмө президенты Анатолий Бондарук 2010 йылдың 6 июленән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһына етәкселек итте. Был ойошманың уставына ярашлы, Анатолий Бондаруктың вәкәләттәрен туҡтатыу һәм Палатаның яңы президентын һайлау тураһындағы ҡарарҙы юғары етәкселек органы – БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы конференцияһы ҡабул итергә тейеш.

Федерация Советында – Башҡортостандан яңы вәкил
Федерация Советында – Башҡортостандан яңы вәкил
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Анатолий Бон­дарукты Рәсәй Федераль Йы­йылы­шының Федерация Сове­ты ағзаһы – Федерация Сове­тын­да Башҡортостан Республи­ка­һының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
«Селена» төркөмө президенты Анатолий Бондарук 2010 йылдың 6 июленән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһына етәкселек итте. Был ойошманың уставына ярашлы, Анатолий Бондаруктың вәкәләттәрен туҡтатыу һәм Палатаның яңы президентын һайлау тураһындағы ҡарарҙы юғары етәкселек органы – БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы конференцияһы ҡабул итергә тейеш.
Читайте нас: