-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2011, 17:31

Был аҙнала беҙҙе...

Әрнетте...Япония­лағы һәләкәт арҡа­һында яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны 6400 кешенән артып китте. Хәбәрһеҙ юғалыусылар 10200 кеше тирәһе. Емерелгән, һыу аҫтында ҡалған биналар һәм йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа Японияла мародерлыҡ йәки башҡа енәйәттәр күҙәтелмәй. Халыҡ бәләне ҙур сабырлыҡ менән ҡабул итә.

Был аҙнала беҙҙе...
Әрнетте...
Япония­лағы һәләкәт арҡа­һында яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны 6400 кешенән артып китте. Хәбәрһеҙ юғалыусылар 10200 кеше тирәһе. Емерелгән, һыу аҫтында ҡалған биналар һәм йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа Японияла мародерлыҡ йәки башҡа енәйәттәр күҙәтелмәй. Халыҡ бәләне ҙур сабырлыҡ менән ҡабул итә.

ҡыуандырҙы...
РФ Президенты Дмитрий Медве­девтың ҡарары буйынса илдә уйын биналарын ябыу әүҙем дауам итә. Был аҙнала Мәскәүҙең үҙәгендә урынлашҡан уйын комплексы ябылды. Юҡһа был комплекс баш ҡаланың уртаһында, законды һанға һуҡмау маяғы булып, асыҡтан-асыҡ эшләй ине.
Уйын автоматтарын бөтөрөү тотош илдә әүҙемләште. ОМОН хеҙмәткәрҙәренә ҡайсаҡ бинаға үтеп инеү өсөн тимер ишектәрҙе ҡырҡырға, төрлө хәйләләргә барырға тура килһә лә, эш яҡшы ғына бара.

Хәүефләндерҙе...
РФ оборона ми­нистры Анатолий Сер­дю­ков Силәбе ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан хәрби полигон менән бәйле проблемалар­ҙы хәл итеү өсөн урынға килергә тейеш ине. Тик Силәбе һалдаттары һәм халҡы министр­ҙы көтөп ала алманы. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Анатолий Сердюков был ауыр мәсьә­ләне хәл итеүҙән ситтә ҡалды.
Проблема шунда – полигонда даими рәүештә боеприпастар утилләштерелә. Шартлауҙар арҡаһында төбәктә ер һелкенә. Ер тетрәүҙән ҡурҡҡан халыҡ полигонды күсереүҙе, йә булмаһа, боеприпастарҙы юҡ итеү өсөн башҡа урынды һайлауҙы талап итә.

Өмөтләндерҙе...
Волга автозаводы киләһе ике-өс йылда бер юлы ете төрлө яңы машина сығара башлаясағы тураһында хәбәр итте. Яңы автомобилдәрҙең тәүге партияһын быйыл көҙ һатыуға сығарырға вәғәҙә итәләр. Тәүге машиналар эконом класлы булырға тейеш.
Һөҙөмтәлә 2020 йылға «АвтоВАЗ» 1,5 миллион автомобиль сығарырға ниәтләй. Улар араһында элиталы сит ил автомашиналарынан ҡалышмаған моделдәр буласаҡ, тиҙәр.