-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2011, 21:16

Башҡортостан «йәйге ваҡыт»ҡа күсәсәк

Башҡортостандың өсөнсө сәғәт бүлкәтенә күсеү мөмкинлеге хаҡында тәҡдимдәр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы.15 мартта был мәсьәлә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ултырышында ҡаралырға тейеш ине. Әммә дүшәмбелә БР Президенты Рөстәм Хәмитов бәхәсле мәсьәләгә нөктә ҡуйҙы. Республика халҡы 27 мартта ваҡытты әүәлгесә бер сәғәткә алға күсерәсәк.– Үҙәк төбәктәрҙә – Мәскәү ваҡыты, ә беҙ ингән Урал төбәктәрендә Екатеринбург ваҡыты (МСК +2 сәғәт) буласағы хаҡында хәбәр бар. Мск +1 сәғәт бүлкәте юҡ. Республика өсөн генә уны булдырмаясаҡтар. Шуға күрә 27 мартта республикала ваҡыт бер сәғәткә алға күсереләсәк. Силәбе, Ырымбур, Пермь халҡы ла шулай эшләйәсәк. Мәскәү менән ваҡыт айырмаһы элеккесә ике сәғәт булып ҡаласаҡ. Берәү ҙә бер кемгә лә яҡынаймаясаҡ һәм алыҫаймаясаҡ. Артабан «йәйге ваҡыт» менән йәшәйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы блогында.

Башҡортостан «йәйге ваҡыт»ҡа күсәсәк
Башҡортостандың өсөнсө сәғәт бүлкәтенә күсеү мөмкинлеге хаҡында тәҡдимдәр йәмәғәтселектә төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы.
15 мартта был мәсьәлә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ултырышында ҡаралырға тейеш ине. Әммә дүшәмбелә БР Президенты Рөстәм Хәмитов бәхәсле мәсьәләгә нөктә ҡуйҙы. Республика халҡы 27 мартта ваҡытты әүәлгесә бер сәғәткә алға күсерәсәк.
– Үҙәк төбәктәрҙә – Мәскәү ваҡыты, ә беҙ ингән Урал төбәктәрендә Екатеринбург ваҡыты (МСК +2 сәғәт) буласағы хаҡында хәбәр бар. Мск +1 сәғәт бүлкәте юҡ. Республика өсөн генә уны булдырмаясаҡтар. Шуға күрә 27 мартта республикала ваҡыт бер сәғәткә алға күсереләсәк. Силәбе, Ырымбур, Пермь халҡы ла шулай эшләйәсәк. Мәскәү менән ваҡыт айырмаһы элеккесә ике сәғәт булып ҡаласаҡ. Берәү ҙә бер кемгә лә яҡынаймаясаҡ һәм алыҫаймаясаҡ. Артабан «йәйге ваҡыт» менән йәшәйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы блогында.