Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2011, 16:57

Энергия селтәрҙәре хужаһыҙ булмаһын

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Абаканда уҙған Дәүләт Советы ултырышында, хужаһыҙ ҡалған энергия селтәрҙәре проблемаһын хәл итергә кәрәк, тип белдерҙе.Башҡортостанда ғына ошондай селтәрҙәр 1000 километрҙан ашыу. Уларҙы тергеҙеп, ниндәйҙер ойошма ҡарамағына биреү өсөн 1,5 миллион һум аҡса талап ителә. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был республика проблемаһы ғына түгел, ә бөтөн илгә хас күренеш. Ғөмүмән, Башҡортостан, Татарстан кеүек республикаларға энергетика баҙары шарттарында көйлө эшләп китеү өсөн булышлыҡ кәрәк, тигән уйҙа республикабыҙ етәксеһе. Әйткәндәй, ултырышта республикалағы әлегә төҙөлөш туҡтатылған ГЭС, ТЭЦ-тар хаҡында ла һүҙ күтәрелде. Башҡортостан етәкселеге улар буйынса Рәсәй Энергетика министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Абаканда уҙған Дәүләт Советы ултырышында, хужаһыҙ ҡалған энергия селтәрҙәре проблемаһын хәл итергә кәрәк, тип белдерҙе.
Башҡортостанда ғына ошондай селтәрҙәр 1000 километрҙан ашыу. Уларҙы тергеҙеп, ниндәйҙер ойошма ҡарамағына биреү өсөн 1,5 миллион һум аҡса талап ителә. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был республика проблемаһы ғына түгел, ә бөтөн илгә хас күренеш. Ғөмүмән, Башҡортостан, Татарстан кеүек республикаларға энергетика баҙары шарттарында көйлө эшләп китеү өсөн булышлыҡ кәрәк, тигән уйҙа республикабыҙ етәксеһе.
Әйткәндәй, ултырышта республикалағы әлегә төҙөлөш туҡтатылған ГЭС, ТЭЦ-тар хаҡында ла һүҙ күтәрелде. Башҡортостан етәкселеге улар буйынса Рәсәй Энергетика министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Читайте нас: