-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2011, 17:03

Аслыҡ ваҡытлыса туҡтатылды

Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары 2 марттан иғлан ителгән аслыҡты әлегә ваҡытлыса туҡтатып торҙо. Ун көн дауамында улар талаптарының үтәлерен көтәсәк. Ә әлегә башҡорт халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһай­ҙар.«Хөрмәтле милләттәштәр! Баш­ҡортостан Республикаһының Башҡорт йәштәре иттифағы һәм башҡорт йәмәғәтселеге ошо мәсьәләләргә битараф булмаған, үҙенең тос өлөшөн индергән һәм ярҙам ҡулын һуҙған кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә! Берҙәмлектә – көс!

Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары 2 марттан иғлан ителгән аслыҡты әлегә ваҡытлыса туҡтатып торҙо. Ун көн дауамында улар талаптарының үтәлерен көтәсәк. Ә әлегә башҡорт халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһай­ҙар.
«Хөрмәтле милләттәштәр! Баш­ҡортостан Республикаһының Башҡорт йәштәре иттифағы һәм башҡорт йәмәғәтселеге ошо мәсьәләләргә битараф булмаған, үҙенең тос өлөшөн индергән һәм ярҙам ҡулын һуҙған кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә! Берҙәмлектә – көс!
Аслыҡты ваҡытлыса туҡтатыу – ул милли хәрәкәттең туҡталыуы түгел. Был тик халыҡтарҙы берләштереүҙә, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлауҙа киләһе этап ҡына булып тора. Киләсәктә беҙ тағы ла әүҙемерәк эш алып барасаҡбыҙ. Халҡыбыҙҙың ошо мәсьәләләргә битараф булмауы уның берҙәмлеген күрһәтә. Шуның өсөн беҙҙең киләһе маҡсат – республика буйлап бәйләнештәр­ҙе нығытыу һәм әүҙемләштереү.
Эшләнәһе эштәр, сиселәһе мәсьәләләр күп әле!»
Р. ДӘҮЛӘТОВА.