-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2011, 15:39

Урындарҙа закон нисек үтәлә?

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм ижтимағи берекмәләр буйынса комитеты ағзалары район-ҡалалар буйлап тикшереүҙәргә сыға. 25 мартҡа тиклем Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, Белорет, Благовар, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында халыҡ мөрәжәғәттәре менән эш ҡараласаҡ. Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков белдереүенсә, төбәктәр парламентҡа килгән хаттарға ҡарап билдәләнгән. Килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләрҙең күбеһе урында хәл ителергә мөмкин, халыҡ үҙен иң тәү сиратта борсоған проблемаһы хаҡында бәйән итә. Мөрәжәғәттәр шуны күрһәтә – ҡайҙалыр етәкселек халыҡ тауышын ишетмәй. Күсмә осрашыу­ҙарҙың иң төп маҡсаты – урындағы чиновниктарҙың ҡабул ителгән закондарҙы үтәү-үтәмәүен тикшереү.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм ижтимағи берекмәләр буйынса комитеты ағзалары район-ҡалалар буйлап тикшереүҙәргә сыға.
25 мартҡа тиклем Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, Белорет, Благовар, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында халыҡ мөрәжәғәттәре менән эш ҡараласаҡ. Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков белдереүенсә, төбәктәр парламентҡа килгән хаттарға ҡарап билдәләнгән. Килеп тыуған барлыҡ мәсьәләләрҙең күбеһе урында хәл ителергә мөмкин, халыҡ үҙен иң тәү сиратта борсоған проблемаһы хаҡында бәйән итә. Мөрәжәғәттәр шуны күрһәтә – ҡайҙалыр етәкселек халыҡ тауышын ишетмәй. Күсмә осрашыу­ҙарҙың иң төп маҡсаты – урындағы чиновниктарҙың ҡабул ителгән закондарҙы үтәү-үтәмәүен тикшереү.