Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2011, 13:20

Күңелдәрҙе наҙға мансый яҙғы байрам

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары – мәҙәниәт, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, матбуғат вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре менән осрашты. Рөстәм Зәки улы, гүзәл заттарҙы яҙ байрамы менән тәбрикләп, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ҙур булыуын билдәләне. «Тормошобоҙҙоң нигеҙен тәшкил иткән һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа өлкәһендә эшләүселәрҙең 70 процентын нәфис зат тәшкил итә. Һеҙҙең күптәрегеҙ халыҡ менән эшләй. Бындай хеҙмәт ҙур иғтибар, энергия, көс талап итә. ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәтен еңеләйтергә кәрәк. Ир-егет өсөн эргәһендә һөйөклө ҡатын-ҡыҙ булыуын тойоу үтә мөһим», – тине ул.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары – мәҙәниәт, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, матбуғат вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре менән осрашты.
Рөстәм Зәки улы, гүзәл заттарҙы яҙ байрамы менән тәбрикләп, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ҙур булыуын билдәләне.
«Тормошобоҙҙоң нигеҙен тәшкил иткән һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа өлкәһендә эшләүселәрҙең 70 процентын нәфис зат тәшкил итә. Һеҙҙең күптәрегеҙ халыҡ менән эшләй. Бындай хеҙмәт ҙур иғтибар, энергия, көс талап итә. ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәтен еңеләйтергә кәрәк. Ир-егет өсөн эргәһендә һөйөклө ҡатын-ҡыҙ булыуын тойоу үтә мөһим», – тине ул.
Читайте нас: