Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2011, 20:41

Указға ҡул ҡуйылды

БР Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле халыҡ мәғарифы эшмәкәре, сыуаш мәғрифәтсеһе П. Мироновтың тыуыуына – 150 һәм Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Сыуаш мәғрифәтсеһе Павел Миронович Мироновтың Башҡортостан Республика­һында сыуаш халҡының белемен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен һәм Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Гаврилович Ухсайҙың Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәтенә тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, юбилей саралары үткәреләсәк.Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте­нә юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составын билдәләргә; юбилей саралары планын эшләргә һәм раҫларға, уға П. Мироновҡа һәйкәл эшләүҙе һәм ҡуйыуҙы, А. Кондратьевтың «Ученый-просветитель Павел Миронов» китабын нәшер итеүҙе, Бәләбәй ҡалаһында Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үткәреүҙе индерергә; билдәләнгән тәртиптә ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

БР Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле халыҡ мәғарифы эшмәкәре, сыуаш мәғрифәтсеһе П. Мироновтың тыуыуына – 150 һәм Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Сыуаш мәғрифәтсеһе Павел Миронович Мироновтың Башҡортостан Республика­һында сыуаш халҡының белемен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен һәм Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Гаврилович Ухсайҙың Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәтенә тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, юбилей саралары үткәреләсәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте­нә юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составын билдәләргә; юбилей саралары планын эшләргә һәм раҫларға, уға П. Мироновҡа һәйкәл эшләүҙе һәм ҡуйыуҙы, А. Кондратьевтың «Ученый-просветитель Павел Миронов» китабын нәшер итеүҙе, Бәләбәй ҡалаһында Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үткәреүҙе индерергә; билдәләнгән тәртиптә ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Читайте нас: