Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2011, 20:43

Немецтар завод һәм диализ үҙәге төҙөйәсәк

Германия Өфөлә иҫке автомобиль покрышкаларын эш­кәр­теүсе завод төҙөүгә инвестициялар һалмаҡсы. Был төҙөлөш менән полимерҙар һәм резина эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса махсуслашҡан «Ермафа» фирмаһы шөғөлләнәсәк. Төҙө­лөшкә инвестиция күләме 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Завод йылына 400 мең иҫке покрышканы эшкәртеү һәләтенә эйә буласаҡ. Эшкәртел­гән продукт артабан битум сәнәғәтендә файҙаланыласаҡ.

Германия Өфөлә иҫке автомобиль покрышкаларын эш­кәр­теүсе завод төҙөүгә инвестициялар һалмаҡсы.
Был төҙөлөш менән полимерҙар һәм резина эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса махсуслашҡан «Ермафа» фирмаһы шөғөлләнәсәк. Төҙө­лөшкә инвестиция күләме 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Завод йылына 400 мең иҫке покрышканы эшкәртеү һәләтенә эйә буласаҡ. Эшкәртел­гән продукт артабан битум сәнәғәтендә файҙаланыласаҡ.
Немецтарҙың киләһе тәҡдиме – Башҡортостанда бөйөр­ҙәре сирләгәндәрҙе дауалау өсөн заманса медицина үҙәген төҙөү. Был эш менән «Fresenius Medical Care» фирмаһы шөғөлләнәсәк.
Германия беҙҙең республика менән нефть химияһы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген ҡараны. Был башланғыстың башында «Лурги» компанияһы тора. Фирманың Рәсәй вәкиллеге етәксеһе Майк Кадельбах һүҙҙәренсә, «Лурги» Салауат ҡалаһы предприятиеларының береһендә изомеризация ҡоролмаһы төҙөргә, Башҡор­тостанда инжиниринг офисы асырға уйлай.
Читайте нас: