-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2011, 15:09

Төбәгебеҙҙә «айыҡ ауылдар» һаны арта

«2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсына яңы ауыл биләмәләре ҡушылды. Был турала үткән йомала «Айыҡ Башҡортостан» ижтимағи хәрәкәте рәйестәше Роберт Дәүләтшин хәбәр итте.Конкурста хәҙер Йәрмәкәй районының ҡолбай, Күпсәнәй, Рәтамаҡ һәм Спартак ауылдары, Әбйәлил районының ҡырҙас, Әхмәт, Учалы райо­нының Һөләймән ауылдары ҡатнаша.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ҡатнашыуға иң беренсе булып Белорет районының Мөхәммәт, Хәйбулла районының Йәнтеш һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылдары заявка бирҙе. Был ауыл биләмәләре эскелеккә ҡаршы төрлө саралар үткәрә башланы ла инде. Роберт Дәүләтшин әйтеүенсә, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте конкурсҡа һәр райондан берәр булһа ла ауыл биләмәһен йәлеп итергә йыйына.

«2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсына яңы ауыл биләмәләре ҡушылды. Был турала үткән йомала «Айыҡ Башҡортостан» ижтимағи хәрәкәте рәйестәше Роберт Дәүләтшин хәбәр итте.
Конкурста хәҙер Йәрмәкәй районының ҡолбай, Күпсәнәй, Рәтамаҡ һәм Спартак ауылдары, Әбйәлил районының ҡырҙас, Әхмәт, Учалы райо­нының Һөләймән ауылдары ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурста ҡатнашыуға иң беренсе булып Белорет районының Мөхәммәт, Хәйбулла районының Йәнтеш һәм Ғафури районының Сәйетбаба ауылдары заявка бирҙе. Был ауыл биләмәләре эскелеккә ҡаршы төрлө саралар үткәрә башланы ла инде.
Роберт Дәүләтшин әйтеүенсә, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте конкурсҡа һәр райондан берәр булһа ла ауыл биләмәһен йәлеп итергә йыйына.