Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2011, 15:05

Ил иҡтисадын модернизациялау мәсьәләһе ҡаралды

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссия ултырышында ҡатнашты.Комиссияның егерме беренсе ултырышында ҡатнашыусылар «Рәсәй Федерацияһы граждандарына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сараһы булараҡ универсаль электрон карта» темаһын тикшерҙе.РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның төп бурыстары – ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтен әҙерләү, шулай уҡ төрлө кимәлдәге власть органдары һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең был өлкәләге эшмәкәрлеген яраштырыу.

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссия ултырышында ҡатнашты.
Комиссияның егерме беренсе ултырышында ҡатнашыусылар «Рәсәй Федерацияһы граждандарына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сараһы булараҡ универсаль электрон карта» темаһын тикшерҙе.
РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның төп бурыстары – ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтен әҙерләү, шулай уҡ төрлө кимәлдәге власть органдары һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең был өлкәләге эшмәкәрлеген яраштырыу.
Читайте нас: