-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2011, 15:00

Иҫке усман. Ҡәнзәфәр бей. “һарайлы”

БР Президенты Р. Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының Благовар ра­йонында ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында Указына ҡул ҡуйҙы. Ул Иҫке Усман ауылында урынлашасаҡ.

БР Президенты Р. Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының Благовар ра­йонында ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында Указына ҡул ҡуйҙы. Ул Иҫке Усман ауылында урынлашасаҡ.
«Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәге Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенең рухи ҡомартҡыһына әйләнергә тейеш. Сөнки ҡәнзәфәр бей Рус дәүләтенә ҡушылыу яҡлы булған һәм тарихсылар тарафынан Рәсәй составына инеү тураһында һөйләшеүҙәрҙе башлаған төп башҡорт парламентарийы тип танылған. Бынан тыш, бындай үҙәктәр халыҡ кәсептәренең, халыҡтарҙың тарихи хәтеренең тергеҙелеүенә, һәйкәлдәрҙең, телдең һәм милли мәҙәниәттең һаҡланыуына булышлыҡ итә.
Указға ярашлы, республика Хөкүмәтенә һәм Благовар районы хакимиәтенә бер ай эсендә тарихи-мәҙәни үҙәкте ойоштороу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.
«Башинформ».