Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2011, 15:56

Грант хужалары асыҡланасаҡ

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә 103 заявка бирелде, шуларҙың 43-ө – коллективтарҙан. Быйыл грантҡа дәғүә итеүселәр һаны артҡан. Президент гранттарына дәғүә итеүгә конкурс, БР Президентының «БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы, быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә.Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендәге БР Президенты грантына 25 кеше, шулай уҡ биш ижади коллектив эйә була. Коллективтар өсөн грант суммаһы 300 мең һум тәшкил итә.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә 103 заявка бирелде, шуларҙың 43-ө – коллективтарҙан. Быйыл грантҡа дәғүә итеүселәр һаны артҡан.
Президент гранттарына дәғүә итеүгә конкурс, БР Президентының «БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы, быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә.
Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендәге БР Президенты грантына 25 кеше, шулай уҡ биш ижади коллектив эйә була. Коллективтар өсөн грант суммаһы 300 мең һум тәшкил итә.
Читайте нас: