Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 13:48

Һыуыҡҡа бирешмәйбеҙ

Башҡортостанда аномаль һыуыҡтар дауам итә. Айырым райондарҙа термометр бағанаһы 39 градусҡа тиклем түбән төшкән. Ошоға бәйле «Башкирэнерго» йәмғиәтенең энергия системаһы «һыуыҡ» режимына күсте. ҡағиҙә булараҡ, һауа температураһы 25 градустан түбән булғанда бындай тәртиптә эшләү индерелә. «Һыуыҡ» режимы бер нисә махсус саранан тора. Йәмғиәттең һәр филиалында өҙөклөктәр хәүефен тиҙ бөтөрөү маҡсатында штабтар төҙөлгән, электр станциялары хеҙмәткәрҙәренә инструктаж үткәрелгән. Бынан тыш, «ҡыҙыу резерв» өҫтәмә ҡорамалдары ла эшкә әҙер. Улар, ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, һанаулы минуттарҙа электр энергияһы һәм йылылыҡ биреүҙе күтәреү мөмкинлегенә эйә. Ремонт-тергеҙеү бригадалары, махсус техника юғары әҙерлек кимәлендә.

Һыуыҡҡа бирешмәйбеҙ
Һыуыҡҡа бирешмәйбеҙ
Башҡортостанда аномаль һыуыҡтар дауам итә.
Айырым райондарҙа термометр бағанаһы 39 градусҡа тиклем түбән төшкән. Ошоға бәйле «Башкирэнерго» йәмғиәтенең энергия системаһы «һыуыҡ» режимына күсте. ҡағиҙә булараҡ, һауа температураһы 25 градустан түбән булғанда бындай тәртиптә эшләү индерелә. «Һыуыҡ» режимы бер нисә махсус саранан тора. Йәмғиәттең һәр филиалында өҙөклөктәр хәүефен тиҙ бөтөрөү маҡсатында штабтар төҙөлгән, электр станциялары хеҙмәткәрҙәренә инструктаж үткәрелгән. Бынан тыш, «ҡыҙыу резерв» өҫтәмә ҡорамалдары ла эшкә әҙер. Улар, ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, һанаулы минуттарҙа электр энергияһы һәм йылылыҡ биреүҙе күтәреү мөмкинлегенә эйә. Ремонт-тергеҙеү бригадалары, махсус техника юғары әҙерлек кимәлендә.
Читайте нас: