Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 16:26

Торлаҡ төҙөү буйынса яңы проект

БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә йыйылған аҡса системаһын файҙаланып торлаҡ төҙөүҙе финанслау бу­йынса пилот проектын бойом­ға ашырыу тураһында» ҡарар­ға ҡул ҡуйҙы. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына 1 апрелгә тиклем проектты тормошҡа ашырыу­сы инвестиция-төҙөлөш ойошмаһын һайлап алырға ҡушыл­ған.

Был проектта торлаҡҡа мохтаж тип табылған граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ ул торлаҡҡа махсус йыйыл­ған аҡсаһы булған, тәҡдим ителгән шарттарҙа ипотека кредиты йә ссуда менән дәүләт ярҙамынан тыш коммерция нигеҙендә торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә граждан­дар­ға ла ҡағыла. Дәүләт ярҙамы иһә пилот проектын бойом­ға ашырыу барышында тө­ҙөлгән торлаҡ йортҡа инженер коммуникациялары үткәреүҙә тотонолған сығымды йә уның бер өлөшөн компенсациялау­ҙан ғибәрәт. Тупланма этабында тәүге иң түбән иғәнә килешеү суммаһының биш процентын тәшкил итә. Йыйылған аҡсаның иң түбән күләме – тәүге иғәнәне лә иҫәпләп, йорттоң тулы хаҡының 50 проценты.
Проектта ҡатнашыу өсөн вәкәләтле инвестиция-төҙөлөш ойошмаһына документтар пакетын йыйып тапшырырға кәрәк.
Читайте нас в