Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 13:42

Район хакимиәттәрендә үҙгәрештәр

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Ринат Бикбов үҙ теләге менән етәксе вазифаһынан бушатылды.Район советы депутаттары сираттағы ултырышта уның ваҡытынан алдағы отставкаһын ҡабул итте һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Рөстәм Хәйруллинға йөкмәтте.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Ринат Бикбов үҙ теләге менән етәксе вазифаһынан бушатылды.
Район советы депутаттары сираттағы ултырышта уның ваҡытынан алдағы отставкаһын ҡабул итте һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Рөстәм Хәйруллинға йөкмәтте.

***
Мәсетле районы муниципаль район хакимиәтендә совет ултырышында хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы икенсе кешегә йөкмәтеү мәсьәләһе ҡаралды.
Үҙ теләге менән отставкаға китеү тураһындағы ғаризаһына бәйле, хакимиәт башлығы Юнир Солтанов вазифаһынан бушатылды. Район советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаны ҡабул итеп алғанға тиклем Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы совет депутаттары Иван Могильниковҡа йөкмәтте.
Читайте нас: