-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 13:46

Муниципалитеттар «үҫә»

Башҡортостан төбәк муниципалитеттары үҫеше программаһын эшләү буйынса Волга буйы округының биш төбәге иҫәбенә инде. Бындай программа, федераль Конституцияға ярашлы, Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла мотлаҡ булырға тейеш. Әммә башҡа төбәктәр уны индерергә ашыҡмай. Волга буйы федераль округында, беҙҙең республиканан тыш, Татарстан, Удмурт һәм Мордва Республикалары, Ульяновск өлкәһе генә ошондай программа төҙөгән. Муниципалитеттар һанына килгәндә, улар Башҡортостан менән Татарстанда иң күбе. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Николай Овсиенко әйтеүенсә, бөгөн округта барлығы 6,3 мең муниципаль берәмек һанала. Шуларҙың 989-ы – Татарстанда, 895-е – Башҡортостанда. Мари Илендә 149 ғына икән. Әйткәндәй, муниципалитеттар төбәктең ҙурлығына ҡарап ҡына түгел, ә халыҡтың һанына, ауыл-ҡасабаларҙың арауығына ҡарап та бүленгән. Республикала муниципаль хеҙмәткәр­ҙәр ҙә күп һанлылығы менән айырылып тора – яҡынса һигеҙ мең тирәһе. Мордовия һәм Сыуашстанда, мәҫәлән, 2,5 мең самаһы.

Башҡортостан төбәк муниципалитеттары үҫеше программаһын эшләү буйынса Волга буйы округының биш төбәге иҫәбенә инде.
Бындай программа, федераль Конституцияға ярашлы, Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла мотлаҡ булырға тейеш. Әммә башҡа төбәктәр уны индерергә ашыҡмай. Волга буйы федераль округында, беҙҙең республиканан тыш, Татарстан, Удмурт һәм Мордва Республикалары, Ульяновск өлкәһе генә ошондай программа төҙөгән.
Муниципалитеттар һанына килгәндә, улар Башҡортостан менән Татарстанда иң күбе. РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Николай Овсиенко әйтеүенсә, бөгөн округта барлығы 6,3 мең муниципаль берәмек һанала. Шуларҙың 989-ы – Татарстанда, 895-е – Башҡортостанда. Мари Илендә 149 ғына икән. Әйткәндәй, муниципалитеттар төбәктең ҙурлығына ҡарап ҡына түгел, ә халыҡтың һанына, ауыл-ҡасабаларҙың арауығына ҡарап та бүленгән. Республикала муниципаль хеҙмәткәр­ҙәр ҙә күп һанлылығы менән айырылып тора – яҡынса һигеҙ мең тирәһе. Мордовия һәм Сыуашстанда, мәҫәлән, 2,5 мең самаһы.