-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 13:44

Өфөнө һайларға була

«Penny Lane Realty» консалтинг компанияһы күсем­һеҙ торлаҡҡа инвестиция һалыу буйынса уңышлы ҡалалар исемлеген төҙөгән. Иң алда – Екатеринбург. Уның «аҫтында» – ҡаҙан, Томск, Краснодар һәм Дондағы Ростов. Был рейтингыға Өфө инмәгән. Әммә шул уҡ ваҡытта ул Уралда торлаҡты инвестициялауҙа иң перспективалы ҡала һанала. Был хаҡта «Эксперт-Урал» баҫмаһы хәбәр итә. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан етәкселеге аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү тармағындағы социаль программаларҙы бойомға ашырыуға инвесторҙар саҡырыу йәһәтенән әүҙем эшләй. Былтыр республиканың баш ҡалаһында 650 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөп, сафҡа индерелгән.

Өфөнө һайларға була
«Penny Lane Realty» консалтинг компанияһы күсем­һеҙ торлаҡҡа инвестиция һалыу буйынса уңышлы ҡалалар исемлеген төҙөгән. Иң алда – Екатеринбург. Уның «аҫтында» – ҡаҙан, Томск, Краснодар һәм Дондағы Ростов.
Был рейтингыға Өфө инмәгән. Әммә шул уҡ ваҡытта ул Уралда торлаҡты инвестициялауҙа иң перспективалы ҡала һанала. Был хаҡта «Эксперт-Урал» баҫмаһы хәбәр итә. Уның мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан етәкселеге аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү тармағындағы социаль программаларҙы бойомға ашырыуға инвесторҙар саҡырыу йәһәтенән әүҙем эшләй. Былтыр республиканың баш ҡалаһында 650 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөп, сафҡа индерелгән.