-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2011, 13:46

Башҡортостан төбәктәргә бүленәсәк

Иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле үҫеш өсөн республиканың тиҙҙән бер нисә субрегионға бүленеүе ихтимал. Был хаҡта Волга буйы федераль округының Координация советы ултырышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Һәр төбәккә биш-ете райондың инеүе мөмкин. Республика етәксеһе әйтеүенсә, әле шундай төбәктәр үҫеше программаһы төҙөлә. Көньяҡ Урал райондары өсөн идара итеүҙең яңы ысулы ҡулланыла башлаған да инде. Уның тәүге һөҙөмтәләре хаҡында ағымдағы йылдың урталарына һүҙ йөрөтөү мөмкин була. Көньяҡ Урал үҫеше программаһын финанслау күләме 2015 йылға тиклем 95 миллиард һум тәшкил итә. Иң төп маҡсатлы күрһәткестәрҙең береһе – халыҡ килемен ике тапҡырға арттырыу. Шулай уҡ ошо иҫәптә – торлаҡ менән тәьмин итеү, йән башына тура килгән төп капиталды инвестициялауҙы 2,5 тапҡырға күбәйтеү.

Иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле үҫеш өсөн республиканың тиҙҙән бер нисә субрегионға бүленеүе ихтимал.
Был хаҡта Волга буйы федераль округының Координация советы ултырышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Һәр төбәккә биш-ете райондың инеүе мөмкин. Республика етәксеһе әйтеүенсә, әле шундай төбәктәр үҫеше программаһы төҙөлә. Көньяҡ Урал райондары өсөн идара итеүҙең яңы ысулы ҡулланыла башлаған да инде. Уның тәүге һөҙөмтәләре хаҡында ағымдағы йылдың урталарына һүҙ йөрөтөү мөмкин була. Көньяҡ Урал үҫеше программаһын финанслау күләме 2015 йылға тиклем 95 миллиард һум тәшкил итә. Иң төп маҡсатлы күрһәткестәрҙең береһе – халыҡ килемен ике тапҡырға арттырыу. Шулай уҡ ошо иҫәптә – торлаҡ менән тәьмин итеү, йән башына тура килгән төп капиталды инвестициялауҙы 2,5 тапҡырға күбәйтеү.