Бер яҡтан, быға дүрт йыл рәттән килгән ҡоролоҡ сәбәпсе булһа, икенсе яҡтан, урындағы ресурстарҙы тулы ҡеүәтенә файҙалана, эре инвесторҙарҙы йәлеп итә алмау, предприятиеларҙың бөлгөнлөккә төшөүе менән төбәк көрсөк хәлендә ҡалды. Башҡортостан майҙанының өстән бер өлөшөн биләп торған, республика халҡының ундан бер өлөшө йәшәгән Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһы халҡын артабан бындай хәлдә ҡалдырыу мөмкин түгел ине. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та, урындағы хәл менән танышып сыҡҡас, халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуын, эшһеҙлек хөкөм һөрөүен күреп, хөкүмәткә Көньяҡ Урал райондарын комплекслы үҫтереү планын эшләргә ҡушты. Бер нисә ай дауамында документ «Башҡортостан Урал аръяғы» блогында ла тикшерелде, тәҡдимдәр менән байытылды.
Уҙған дүшәмбелә 2011 – 2015 йылдарға Көньяҡ Урал райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү буйынса уртаса комплекслы программа мәсьәләләрен тикшереү буйынса республика етәксеһе ҡатнашлығында хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә министрлыҡтар етәкселәре, район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Сараны асып, Президент Р. Хәмитов программаның төбәктәге аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгәнен билдәләне. «Көньяҡ Урал райондары ҙур потенциаль мөмкинлектәргә эйә булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн иҡтисади депрессия хәлендә. Бында эшһеҙлек кимәле юғары, медицина ярҙамы күрһәтеү, торлаҡ менән тәьмин итеү кимәле түбән. Райондарҙың киләсәген билдәләгән йәштәр райондарҙа ҡалмай, ситкә китә. Яңы программа ҡағыҙҙа ғына ҡалырға тейеш түгел, аныҡ башҡарылған эштәр менән үҙен аҡларға тейеш. Беҙҙең төп байлығыбыҙ – халыҡ. Һәр кешенең теләген бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу зарур», – тине Рөстәм Зәки улы, программаның социаль әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Яңы программаның бурыстары нимәнән ғибәрәт һуң? БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, документтың төп йүнәлештәренә туҡталып, киләсәктә был төбәктә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн ниндәй эштәр башҡарыласағы тураһында бәйән итте.
Һүҙ юҡ, төбәктә ауыл хужалығы бөлгөнлөк хәлендә, халыҡ үҙенең хужалығында етештергән продукцияһын һата алмай. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса эре агрохолдинг, ит, һөт эшкәртеү предприятиелары төҙөү, ғаилә һөтсөлөк фермалары булдырыу күп проблемаларҙы хәл итер ине, моғайын. Иген, йәшелсә үҫтереү, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ тармағына ла яңы һулыш биреү, эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар тыуҙырыу ҙа күҙаллана. Айырыуса урман зонаһында ағасты урында эшкәртеүгә, урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға ҡарата контролде көсәйтеү буйынса ниндәй саралар күреләсәге лә аныҡ әйтелде. Учалы, Әбйәлил, Бөрйән райондарында туризмды үҫтереүгә иғтибар көсәйтеләсәк. Экология проблемалары ла – программаның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, ауыр көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү, тау-байыҡтырыу предприятиеларына таҙартыусы ҡорамалдар ҡуйыу ҙа тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаҫ. Юл төҙөлөшөнә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Яҡын киләсәктә Өфө – Иҫке Собханғол – Мәләүез, Асҡар – Сибай автомобиль, Сибай – Подольск – Сара тимер юлын төҙөкләндереү күҙаллана.
Әлбиттә, Көньяҡ Урал зонаһын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһы ауыл хужалығы торошон, тәбиғи һәм кадрҙар ресурстарын, райондарҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Программаны финанслау өсөн 96 миллиард һум аҡса сарыф итеү ҡаралған. Планлаштырылған эштәр бойомға аша ҡалһа, 5400 кешегә яңы эш урындары буласаҡ, эш хаҡы артасаҡ, халыҡтың торлаҡ менән тәьмин ителеүенә лә өмөт ҙур.
Программа үҙен аҡлаһа, уны төньяҡ райондарҙы үҫтереүҙә лә файҙаланасаҡтар.
З. ЙӘҺҮҘИНА.