БР Президенты Р. Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ квалификация төркөмдәре буйынса минималь окладтарҙы билдәләү өсөн база берәмеге күләме һәм окладтар (вазифа окладтары) күләмдәре 1,065 тапҡырға арттырылды.
Республика башлығы хөкүмәткә Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу буйынса саралар күрергә, урындағы үҙидара органдарына ошондай уҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙе һәм дәүләт бюджет һәм дәүләт автономиялы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итеүҙе тәҡдим итергә ҡушты.