-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2011, 13:33

Төбәк бөтә яҡтан да үҫтерелергә тейеш

Республиканың Урал аръяғы зонаһы Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла райондарын һәм Сибай ҡалаһын берләштерә.БР Президенты Рөстәм Хәмитов Сибайҙа үткән кәңәшмәлә республиканың был төбәген иҡтисади йәһәттән үҫтереү маҡсатында айырым программа булдырырға ҡушҡайны. Бер нисә ай дауамында документ «Урал аръяғы» блогында ла тикшерелде һәм тәҡдимдәр менән байытылды. Кисә Конгресс-холда БР Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә «2011 – 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы тураһында» БР Хөкүмәте ултырышы үтте. Унда төбәктең үҫеш йүнәлештәре, дәүләт яҡлауы саралары, ауыл хужалығын күтәреү, сәнәғәттең база өлкәләре үҫеше йүнәлештәре өҫтөнлөктәре тикшерелде. Ултырышта ҡатнашыусы район хакимиәттәре башлыҡтары, министрлыҡтар етәкселәре программа буйынса үҙҙәренең аныҡ тәҡдимдәрен еткерҙе. З. ХӘСӘНОВА./Сара тураһында ентекләберәк гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ/.

Республиканың Урал аръяғы зонаһы Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла райондарын һәм Сибай ҡалаһын берләштерә.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Сибайҙа үткән кәңәшмәлә республиканың был төбәген иҡтисади йәһәттән үҫтереү маҡсатында айырым программа булдырырға ҡушҡайны. Бер нисә ай дауамында документ «Урал аръяғы» блогында ла тикшерелде һәм тәҡдимдәр менән байытылды. Кисә Конгресс-холда БР Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә «2011 – 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы тураһында» БР Хөкүмәте ултырышы үтте. Унда төбәктең үҫеш йүнәлештәре, дәүләт яҡлауы саралары, ауыл хужалығын күтәреү, сәнәғәттең база өлкәләре үҫеше йүнәлештәре өҫтөнлөктәре тикшерелде. Ултырышта ҡатнашыусы район хакимиәттәре башлыҡтары, министрлыҡтар етәкселәре программа буйынса үҙҙәренең аныҡ тәҡдимдәрен еткерҙе.
З. ХӘСӘНОВА.
/Сара тураһында ентекләберәк гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ/.