Бынан тыш, дини конфессияларҙың илдә милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙағы роле әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, Президент милли нигеҙҙә килеп тыуған конфликттарҙы көйләүсе төрлө конфессия вәкилдәренән торған төркөм булдырырға тәҡдим итте. Әйткәндәй, Дәүләт Советы президиумы ултырышы башланырҙан алда Д. Медведев Өфөнөң беренсе собор мәсетендә (Туҡай урамында) һәм Рәсәй мосолмандары диниә назаратында булып, диндарҙар менән осрашҡайны.
Дмитрий Медведев бөтә илде һәр яҡлап ҡеүәтле Рәсәй милләте булдырырға саҡырҙы:
– Бындай милләт Рәсәйҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың милли үҙаңын сағылдырырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ныҡ буласаҡбыҙ. ҡасандыр ундай милләт төҙөргә маташтыҡ, тип йылмайыусылар булыр, әммә тәүге тапҡыр эш аҙаҡҡаса еткерелмәне, дәүләттең тарҡалыуы ла быға ҡамасауланы. Башҡа илдәр ошондай мәсьәләне хәл итте, беҙ ҙә булдырасаҡбыҙ.
Арсен КАНОКОВ, ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы Президенты:
– Төньяҡ Кавказдан рус милләтлеләр күсеп китеүе борсолоу тыуҙыра. Был төбәктә рустар ҙур роль уйнаны, мәҫәлән, иҡтисад төҙөлөшөндә лә. Уларҙың алдынғы роле юридик нығытылған булырға тейеш (әммә уның нисегерәк булыуын аңлатмаған. – авт.).
– Киң мәғлүмәт саралары йәмәғәтселек фекерен тыуҙырыуға ҙур йоғонто яһай, тап улар Кавказ кешеһенең кире образын формалаштыра. Быны тамырынан үҙгәртеү мөһим. ҡайһы бер милли йәмәғәт ойошмаларының сәйәси экстремизм сығанағы булыуы мөмкин.
Магомедсәлим МАГОМЕДОВ, Дағстан Республикаһы Президенты:
– Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһе һығылмалы һәм һиҙгер. Милли мәсьәләләрҙе бер ҡасан да тулыһынса хәл ителеп бөткән тип иҫәпләп булмай.
Дағстан – Рәсәйҙең 120-нән ашыу милләт вәкиле йәшәгән уникаль төбәге. Бында православие, иудаизм, ислам быуаттар буйына һыйышып йәшәй. Хатта ауыр 90-сы йылдарҙа ла төбәктең берлеге һаҡлап ҡалынды. Республиканың 14 милләте титул милләт тип һанала. Ошо халыҡтар телендә гәзиттәр сыға, китаптар баҫыла, радио, телевидение тапшырыуҙары алып барыла. Ә урыҫ халҡының күсенеп китеүе беҙҙең тормошто «ярлыландырҙы».
Андрей ФУРСЕНКО, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры:
– 2009 йылдан дәреслектәр сығарырға хоҡуғы булған нәшриәттәр ҡаты һайлап алына. Шул уҡ ваҡытта субъекттарҙа төбәк компоненты предметтары һаналған дәреслектәрҙең федераль исемлеккә тура килеү-килмәүен тикшермәү осраҡтары ла бар. Һөҙөмтәлә раҫланмаған китап буйынса уҡытыу ҡайһы бер милләттәр араһында аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә. Бындай белем биреү законға ҡаршы килә.
Милли телдәр уҡытыуға килгәндә, баҫым административ-территориаль бүленешкә ҡарап түгел, ә балалар һәм ата-әсәләрҙең теләге буйынса аныҡ мәктәптәргә яһалырға тейеш. Ул саҡта аңлашылмаусанлыҡтар, көсөргәнешлек тыумаясаҡ.
Виктор Басаргин, Рәсәй Федерацияһының төбәктәр үҫеше министры:
– Милләт-ара ыҙғыш ҡайҙан килеп сыға һуң? Уны нисек булдырмаҫҡа? Ошоноң буйынса һорау алыуҙар һөҙөмтәһе шуны күрһәтте: дин, этник-ара, гражданлыҡ берлеген нығытыу мөһим. Был тәңгәлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр тарихын боҙоп күрһәтеү факттарын күҙәтеп, тарих дәреслектәрен ҡарап барырға кәрәк. Бынан тыш, ксенофобия күренештәренә мониторинг алып барыу мотлаҡ.
А. ЗИННУРОВА.