-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2011, 14:10

Транспорт һалымы кәмей

Республика башлығы ҡушыуы буйынса 100 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле автомобилдәр хужаларына транспорт һалымы ставкаһын (һәр ат көсөнән) 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем төшөрөүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты эшләнгән. Президент әйтеүенсә, иҫәп буйынса Башҡортостан­дағы автомобиль хужаларының яҡынса 70 проценты транспорт һалымын льготалы схема буйынса түләйәсәк. Был законды бойомға ашырыуҙан социаль эффект 150 миллион һум тәшкил итәсәк. 2012 йылға республика бюджетының килем өлөшөн проектлағанда ошо һандар иҫәпкә алынасаҡ.Миҫал өсөн: үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ябай автомобилдең двигатель ҡеүәте яҡынса 80 ат көсөнә эйә. Һалым суммаһы түбәндәгесә иҫәпләп сығарыла: 80 ат көсө х 7,5 (транспорт һалымының әлеге ставкаһы) = 600 һум. Һалымдың яңы ставкаһы автомобиль хужаларына 160 һумды экономиялау форсатын бирәсәк.

Республика башлығы ҡушыуы буйынса 100 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле автомобилдәр хужаларына транспорт һалымы ставкаһын (һәр ат көсөнән) 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем төшөрөүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты эшләнгән.
Президент әйтеүенсә, иҫәп буйынса Башҡортостан­дағы автомобиль хужаларының яҡынса 70 проценты транспорт һалымын льготалы схема буйынса түләйәсәк. Был законды бойомға ашырыуҙан социаль эффект 150 миллион һум тәшкил итәсәк. 2012 йылға республика бюджетының килем өлөшөн проектлағанда ошо һандар иҫәпкә алынасаҡ.
Миҫал өсөн: үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ябай автомобилдең двигатель ҡеүәте яҡынса 80 ат көсөнә эйә. Һалым суммаһы түбәндәгесә иҫәпләп сығарыла: 80 ат көсө х 7,5 (транспорт һалымының әлеге ставкаһы) = 600 һум. Һалымдың яңы ставкаһы автомобиль хужаларына 160 һумды экономиялау форсатын бирәсәк.