Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2011, 14:12

Ҡаҙаҡтар беҙҙең тәжрибәне өйрәнә

БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында ҡаҙағстан делегацияһы республиканың ошо өлкәләге эш тәжрибәһен өйрәнде. Башҡортостан ЖКХ реформаларын бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә булһа, энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса илдә иң алдынғыларҙан һанала. Тәжрибә уртаҡлашыу сиктәрендә ҡаҙағстан делегацияһы «Өфөводоканал» предприятие­һында булды. Алдағы көндәрҙә улар ҡаланың энергияны һаҡлау һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү үҙәгенә, «Өфө­горсвет» предприятиеһына барасаҡ.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында ҡаҙағстан делегацияһы республиканың ошо өлкәләге эш тәжрибәһен өйрәнде.
Башҡортостан ЖКХ реформаларын бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә булһа, энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса илдә иң алдынғыларҙан һанала.
Тәжрибә уртаҡлашыу сиктәрендә ҡаҙағстан делегацияһы «Өфөводоканал» предприятие­һында булды. Алдағы көндәрҙә улар ҡаланың энергияны һаҡлау һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү үҙәгенә, «Өфө­горсвет» предприятиеһына барасаҡ.
Читайте нас: