Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 14:15

Уттан ҡотолоп булмай

Баш ҡаланың Совет районында сыҡҡан янғын биш кешенең ғүмерен алып китә. Янғын 5 февралдән 6-һына ҡарата төндә «Малая Вокзаль­ная» урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта сыҡҡан.«ҡыҙыл әтәс» тураһында янғын һүндереү часына күршеләре шылтырата. Утты һүндергән һәм конструкцияларҙы ҡутарған саҡта биш кешенең мәйете табыла. Уларҙың береһе – йорт хужаһы. ҡалған­дарының кем булыуы асыҡлана.Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы вәкиле Алина Ғә­ниева әйтеүенсә, йорт хужаһы – 61 йәшлек ир милицияла, эскелек менән мауығыусы булараҡ, иҫәптә торған. Уның өйөндә даими рә­үеш­тә эскеселәр йыйылған. Быға тиклем иҫкәрмәләр эшләнһә лә, эскелектең ахыры ошо янғын булғандыр ҙа инде, күрәһең. Янғын күрше йорттарға ла янаған, әммә янғын һүндереүселәр уға таралырға ирек бирмәй.

Уттан ҡотолоп булмай
Уттан ҡотолоп булмай
Баш ҡаланың Совет районында сыҡҡан янғын биш кешенең ғүмерен алып китә. Янғын 5 февралдән 6-һына ҡарата төндә «Малая Вокзаль­ная» урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта сыҡҡан.
«ҡыҙыл әтәс» тураһында янғын һүндереү часына күршеләре шылтырата. Утты һүндергән һәм конструкцияларҙы ҡутарған саҡта биш кешенең мәйете табыла. Уларҙың береһе – йорт хужаһы. ҡалған­дарының кем булыуы асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы вәкиле Алина Ғә­ниева әйтеүенсә, йорт хужаһы – 61 йәшлек ир милицияла, эскелек менән мауығыусы булараҡ, иҫәптә торған. Уның өйөндә даими рә­үеш­тә эскеселәр йыйылған. Быға тиклем иҫкәрмәләр эшләнһә лә, эскелектең ахыры ошо янғын булғандыр ҙа инде, күрәһең.
Янғын күрше йорттарға ла янаған, әммә янғын һүндереүселәр уға таралырға ирек бирмәй.
Читайте нас: