-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 14:21

«Төньяҡ амурҙары»ның даны быуаттарға күсте

Рәсәйгә янаған һәр хәүефтә лә башҡорттар берҙәм булып уртаҡ ватаныбыҙҙы яҡларға сыҡҡан. Был халҡыбыҙҙың 1557 йылда Русь дәүләтенә ҡушылған осоронан алып шулай килә. Беҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың илгә тоғролоғон бар тулылығында иҫбат итеүе менән ғорурланабыҙ. 28 полк яугирын ебәрә Башҡорт иле. Башҡорт ир-азаматтарының даны бөтөн Европаға тарала. Француздар ҡурҡыу ҡатыш һоҡланыу менән ҡушҡан «төньяҡ амурҙары» (уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш иткән башҡорт яугирын француздар Купидонға, йәғни Мөхәббәт илаһына оҡшатҡан) тигән исемде лә ала яугирҙарыбыҙ.

Рәсәйгә янаған һәр хәүефтә лә башҡорттар берҙәм булып уртаҡ ватаныбыҙҙы яҡларға сыҡҡан. Был халҡыбыҙҙың 1557 йылда Русь дәүләтенә ҡушылған осоронан алып шулай килә. Беҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың илгә тоғролоғон бар тулылығында иҫбат итеүе менән ғорурланабыҙ. 28 полк яугирын ебәрә Башҡорт иле. Башҡорт ир-азаматтарының даны бөтөн Европаға тарала. Француздар ҡурҡыу ҡатыш һоҡланыу менән ҡушҡан «төньяҡ амурҙары» (уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш иткән башҡорт яугирын француздар Купидонға, йәғни Мөхәббәт илаһына оҡшатҡан) тигән исемде лә ала яугирҙарыбыҙ.
Тарихта «халыҡтар яуы» исеме аҫтында билдәле булған Лейпциг янындағы бәрелештә ҡатнашҡан беренсе, дүртенсе, бишенсе, туғыҙынсы һәм ун дүртенсе башҡорт полктары батырҙарының ғәййәрлеген бер генә тапҡыр күрмәгән француздар. Наполеондың де Марбо исемле генералы мемуарҙарында былай тип яҙған: «Улар (башҡорттар – авт.) француздарҙы яҡшылап белмәйҙәр ҙә, уларҙың иғтибары беҙҙең ғәскәр­ҙең сигенеүен теләгән юлбашсыларына йүнәлгән. Тәүге көндән үк был яугирҙар беҙгә иҫәпһеҙ-һанһыҙ төркөмдәр булып ташланды, әммә мылтыҡ, мушкет залптарынан бик күп ҡырылдылар ҙа. Был юғалтыуҙар уларҙы ҡурҡытманы, киреһенсә, «ҡыҙҙырҙы» ғына. Башҡорттар беҙҙең ғәскәр­ҙәрҙе һағыҙаҡ күсе шикелле уратты, уларҙан ҡотолоуы мөмкин түгел ине...» Бына шундай була «төньяҡ амурҙары». Әйткәндәй, 1812 йылда Башҡортостанда иген уңмай, ҡоролоҡ була, шулай ҙа халыҡ яугирҙарын ат, ҡорал, кейем менән тәьмин итә ала. 15 авгусҡа башҡорт, мишәр, типтәрҙәр Рус армияһына 500 мең һум аҡса йыйып ебәргән, артабан башҡорттар иң яҡшы 4139 атын бүләк иткән. Нәҡ ошо яуҙан башҡорттар «любезные» (билдәле полководец Михаил Кутузов, уларҙың ҡыйыу­лыҡтарын билдәләп, любезные мои башкиры, тип өндәшә, шунан башҡорттар йыр ҙа сығара) булып та ҡайта. ҡыҫҡаһы, был Ватан һуғышында еңеүҙә башҡорт халҡының тос өлөшө бар.
2012 йылда Рәсәйҙә шул әһәмиәтле еңеүгә 200 йыл тулыу билдәләнәсәк. Был хаҡта ил Президентының указы 2007 йылда уҡ сыҡҡайны. Башҡортостанда ла был датаны билдәләмәү мөмкин түгел. 2009 йылда БР Президенты указы, Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса 55 пункттан торған саралар планы күҙалланған. Ижтимағи-сәйәси, ғилми, мәҙәни һәм спорт сараларын үҙ эсенә алған әлеге пландағы пункттарға күҙ йүгерткәндә, иң мөһимдәре лә төҫмөрләнә. Мәҫәлән, башҡорт яугирҙарына арналған фильм төшөрөү, һәйкәл ҡуйыу, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороу, музейҙарҙа экспозиция эшләү, шул иҫәптән Милли музейҙа Ватан һуғышы диарамаһын булдырыу, Өфө урамдарының береһенә «Төньяҡ амурҙары» исемен биреү һ.б. Әле әҙерлек эштәре башлан­ған. Ғөмүмән, Мәскәү яғынан, юбилейҙы билдәләйбеҙ, тип әллә ни эш ҡырылмаһа ла, төбәктәр күҙалланғандарҙан әҙме-күпме үтәгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҙур датаға әҙерлеккә бәйле «түңәрәк өҫтәл» дә ойошторҙо. Унда ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, пландағы бурыстарҙы башҡарыр­ға яуаплы ведомтсволар вәкилдәре, уҡытыусылар ҡатнашты. Билдәле тарихсы, БДУ профессоры Әнүәр Әсфәндиәров, «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи реконструкция клубы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин һ.б. сығышы тыңланды, фекер алышыу­ҙарҙан һуң сараның резолюцияһы ҡабул ителде.

А. ИШЕМҒОЛОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.