Республикала әле бурандар ҡотора. Башҡортостандың Гидрометүҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбыға тиклем көслө ел ҡатыш ҡар яуыуы дауам итәсәк. Көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә.
Бөгөн көндөҙ 10 градус һалҡын булһа, иртәгә 13 – 15 градусҡаса һыуытасаҡ. Синоптиктарҙың фаразы буйынса, аҙна аҙағында көндәрҙең ныҡ һыуытыуы, киләһе аҙнала сатнама һыуыҡтар башланыуы көтөлә. Төндә урыны менән һауа температураһының 38 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ.