Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 14:12

Инновация сәйәсәтенә иғтибар етмәй

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, беҙҙе сит илдәрҙә етештерелгән тауарҙар уратып алған. Инновациялар мөхитен үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә шарттар ҙа, ҡеүәт тә бар, тик инновациялар ғына юҡ. Эшҡыуарҙар яғынан инновация сәйәсәтенә иғтибар етмәй. Инновация сәйәсәтен үҫтереүҙә бигерәк тә йәштәрҙең яңы идеяларын файҙаланыу мөһим, сөнки нәҡ улар төрлө эксперименттарға тәүәккәл тотона.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
Уның билдәләүенсә, беҙҙе сит илдәрҙә етештерелгән тауарҙар уратып алған. Инновациялар мөхитен үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә шарттар ҙа, ҡеүәт тә бар, тик инновациялар ғына юҡ. Эшҡыуарҙар яғынан инновация сәйәсәтенә иғтибар етмәй. Инновация сәйәсәтен үҫтереүҙә бигерәк тә йәштәрҙең яңы идеяларын файҙаланыу мөһим, сөнки нәҡ улар төрлө эксперименттарға тәүәккәл тотона.
БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Р. Ваһапов республикала технологик күҙаллау тураһында закон кәрәклегенә баҫым яһаны. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ю. Пустовгаров ошо өлкәлә аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙең һөҙөмтәлелеге өсөн БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы базаһында эш төркөмө ойоштороу кәрәклеген билдәләне.
Читайте нас: