-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 13:56

Өфөнөң матур традициялары бар

Шуларҙың береһе – яңы йылдың тәүге көнөндә тыуған сабыйҙарҙы барлау. Ошо көндәрҙә бәхетле 21 ғаилә ошондай тантанала ҡатнашты. 1 ғинуарҙа 22 бала – 14 малай һәм 8 ҡыҙ донъяға килгән. Сабыйҙарҙы һәм уларҙың ата-әсәһен тәбрикләп, баш ҡала мэры Павел Качкаев һуңғы дүрт йылда ҡалала тыуым үлем һанынан күберәк булыуын билдәләне. 2010 йылда 14737 ата-әсә үҙ сабыйына ғүмер бүләк иткән, был күрһәткес 2009 йылдағынан 1118-гә күберәк. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: йыл һайын Өфөлә берәр өс игеҙәк тыуып тора. Бындай ғаиләләргә баш ҡала мэрияһы фатир бүләк итә. 2002 йылдан бирле шундай 15 ғаилә өй туйлаған. Быйыл бындай бәхеткә Матвей, Ярослав һәм Ульянаға ғүмер бүләк иткән Ольга һәм Владимир Буханчуктар лайыҡ булды.

Шуларҙың береһе – яңы йылдың тәүге көнөндә тыуған сабыйҙарҙы барлау. Ошо көндәрҙә бәхетле 21 ғаилә ошондай тантанала ҡатнашты. 1 ғинуарҙа 22 бала – 14 малай һәм 8 ҡыҙ донъяға килгән.
Сабыйҙарҙы һәм уларҙың ата-әсәһен тәбрикләп, баш ҡала мэры Павел Качкаев һуңғы дүрт йылда ҡалала тыуым үлем һанынан күберәк булыуын билдәләне. 2010 йылда 14737 ата-әсә үҙ сабыйына ғүмер бүләк иткән, был күрһәткес 2009 йылдағынан 1118-гә күберәк.
Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: йыл һайын Өфөлә берәр өс игеҙәк тыуып тора. Бындай ғаиләләргә баш ҡала мэрияһы фатир бүләк итә. 2002 йылдан бирле шундай 15 ғаилә өй туйлаған. Быйыл бындай бәхеткә Матвей, Ярослав һәм Ульянаға ғүмер бүләк иткән Ольга һәм Владимир Буханчуктар лайыҡ булды.