-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 14:10

Өфөлә тағы бер притон юҡ ителде

Наркокүҙәтеү идаралығының «ышаныс телефоны»на, Өфөнөң Зорге урамы йорттарының береһендә наркомандар йыйыла, тигән шылтыратыу булғас, полиция шунда уҡ сара күрә – әйтелгән адрес буйынса тикшерергә барып та етә. Бер бүлмәле фатирҙа дезоморфин әҙерләү өсөн медицина препараттары, химия реактивтары туп-тулы, имеш. Оперативниктар наркотиктан иҫереп ултырған биш кешене лә ҡулға алған. Уларҙың икәүһе генә эшләй, ҡалғандары – әрәмтамаҡтар. Араларында балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Етмәһә, притон ойоштороусы ла – әсә кеше.

Наркокүҙәтеү идаралығының «ышаныс телефоны»на, Өфөнөң Зорге урамы йорттарының береһендә наркомандар йыйыла, тигән шылтыратыу булғас, полиция шунда уҡ сара күрә – әйтелгән адрес буйынса тикшерергә барып та етә.
Бер бүлмәле фатирҙа дезоморфин әҙерләү өсөн медицина препараттары, химия реактивтары туп-тулы, имеш. Оперативниктар наркотиктан иҫереп ултырған биш кешене лә ҡулға алған. Уларҙың икәүһе генә эшләй, ҡалғандары – әрәмтамаҡтар. Араларында балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Етмәһә, притон ойоштороусы ла – әсә кеше.