Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2011, 14:12

Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға

Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә ит йәрминкәләрендә 20-нән ашыу райондан ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты. һатыусылар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды. 35 тонна һыйыр итенең бер килограмы 180 – 240 һумдан, һарыҡ ите – 170-тән 230 һумға тиклем, йылҡы ите – 160 – 220, диетик тауыҡ ите – 90, сусҡа ите 150 – 200 һумдан һатылды. ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запас­тарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ.

Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға
Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға
Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә ит йәрминкәләрендә 20-нән ашыу райондан ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты.
һатыусылар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды. 35 тонна һыйыр итенең бер килограмы 180 – 240 һумдан, һарыҡ ите – 170-тән 230 һумға тиклем, йылҡы ите – 160 – 220, диетик тауыҡ ите – 90, сусҡа ите 150 – 200 һумдан һатылды.
ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запас­тарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ.
Читайте нас: