Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2011, 15:06

Йәнә яңы етәксе

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Кинйәкәев БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Республика инвалидтар йәмәғәт ойошмаларының производство предприятиелары ассоциацияһын һәм Италия – Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостандағы вәкиллеген етәкләй. Уға 50 йәш, Өфө нефть институтын тамамлаған. Был вазифала ул ведомствоны 2010 йылдың авгусынан етәкләүсе Айҙар Хәлиловты алмаштырҙы.

Йәнә яңы етәксе
Йәнә яңы етәксе
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Кинйәкәев БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Быға тиклем ул Республика инвалидтар йәмәғәт ойошмаларының производство предприятиелары ассоциацияһын һәм Италия – Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостандағы вәкиллеген етәкләй. Уға 50 йәш, Өфө нефть институтын тамамлаған.
Был вазифала ул ведомствоны 2010 йылдың авгусынан етәкләүсе Айҙар Хәлиловты алмаштырҙы.
Белешмә өсөн. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, үҙ компетенцияһына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, туризмды һәм туризм индустрияһын үҫтереү һәм яҡлау өлкәһендә тармаҡ-ара яраштырыу, планлаштырыу һәм функциональ көйләү менән шөғөлләнеүсе республика башҡарма власть органы булып тора.
Читайте нас: