-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2011, 15:02

Өс һөйләм менән

30 ғинуарҙа көндөҙгө 1-се ун минутта Белорет районында, Ин­йәрҙән 15 саҡрым алыҫлыҡта, Төлмәй станцияһы эргәһендә тимер юл составы рельстан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бер нисә вагон түңкәрелгән, улар араһында нефть продукттары тейәлгән цистерналар ҙа була. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса аварияға бер вагондың рамы һыныуы сәбәпсе.

30 ғинуарҙа көндөҙгө 1-се ун минутта Белорет районында, Ин­йәрҙән 15 саҡрым алыҫлыҡта, Төлмәй станцияһы эргәһендә тимер юл составы рельстан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бер нисә вагон түңкәрелгән, улар араһында нефть продукттары тейәлгән цистерналар ҙа була. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса аварияға бер вагондың рамы һыныуы сәбәпсе.

Өфө ҡалаһы предприятиеларының береһендә милиционерҙар дөйөм суммаһы 4 млн һумға торошло наркотик матдәләрҙе яндырған. Быға тиклем ағыу һәм уның компоненттары һигеҙ енәйәт эше буйынса дәлил булып торған. Улар буйынса республика судтары хөкөм ҡарары сығарған, араһында 14 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә ҡаралған.

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы журналистар араһында 2011 йылда республикалағы инновацион эшмәкәрлекте яҡтыртыу буйынса конкурс иғлан итте. Уның маҡсаты – дәүләт һәм эшҡыуарлыҡ структураларының иғ­ти­барын фәнде популярлаш­тырыу­ға, ғилми-технологик, мәғариф һәм инновацион тармаҡ проблемаларына йәлеп итеү. Конкурста республика, район, ҡала һәм берләштерелгән гәзит-журналдарҙың, радио-телевидение, электрон баҫмалар журналистары, редакция коллективтары ҡатнаша ала.

Уҙған йыл тышҡы иҡтисади эш­мәкәрлек тармағында административ хоҡуҡ боҙоуҙар иҫәбенең артыуы менән ҡылыҡһырлана. Башҡортос­тан таможняһының яуаплы вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәре тарафынан 862 административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, был 2009 йылға ҡара­ғанда 14 процентҡа күберәк. Закон­һыҙ әйләнештән 130 мең контрафакт продукция тартып алынған, 45 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Нефтекама автозаводы пассажир автобусы менән тәьмин итеү буйынса сираттағы тендерҙа еңгән. Яҡын арала «Белгород электр транспорты» муниципаль предприятиеһына 16 пассажир автобусы – 14 ҡала һәм 2 ҡала яны автобусы ебәреләсәк. Әлегә ул – Белгород ҡалаһы өсөн «НефАЗ» етештерәсәк иң ҙур партия.

Өфө ҡалаһының «Ижад» галереяһында Рәмил Мөғлиевтың персональ күргәҙмәһе асылды. Экспо­зицияға уның 1988 йылдан 2010 йылға тиклемге 58 эше ингән. Төрлө техника менән төшөрөлгән һүрәттәре аша рәссам тамашасыға ябай һәм мөһим әйберҙәр хаҡында һөйләй.

2010 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы федераль округының эске таможнялары араһында беренсе урынға лайыҡ булған. Ә «Өфө» һәм «Өфө аэропорты» таможня постары үҙ категорияһында өсөнсө урынды яулаған. Башҡортостан таможняһы эшмәкәрлегендә тауарҙарға таможня декларацияһы үткәреүҙе 715 предприятие һәм ойошма тормошҡа ашырған.

Башҡортостанда йәшәүсе Ген­на­дий Церяпкин Болгария Хөкүмә­тенең наградаһына лайыҡ булды. Ике республика араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуы өсөн «Башҡортостан – Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәте милли комитетының миҙалы тапшырылды. Геннадий Церяп­киндың Болгария менән танышыуы 1966 йылда, Өфө «Синтезспирт» заводында эшләгән осорҙа, совет белгестәре төркөмөндә был илгә ебәрелгәндән һуң башлана.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.