Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемаларын хәл итеүҙә төбәк етәкселегенә ярҙам итергә саҡырҙы. Саҡырыу менән ул «Йәнле журнал»дағы блогында мөрәжәғәт итте.
Президент теләге булған һәр кемдән бәләкәй эшҡыуарлыҡ темаһына үҙ фекерҙәрен белдереүен – был өлкәләге ҙур һалымдар һәм ҡаршылыҡтар тураһында хәбәр итеүен, һалым системаһын һәм биналарҙы ҡуртымға алыу тәртибен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереүен һораны.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, халыҡтан алынған мәғлүмәт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтағы проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Ул бигерәк тә күптән түгел БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Руслан Кинйәкәев өсөн файҙалы буласаҡ. Президент, Руслан Кинйәкәев тиҙҙән «Йәнле журнал»да үҙ битен асыр, һәм халыҡ уның менән туранан-тура аралаша башлар, тигән ышанысын белдерҙе.
Рөстәм Зәки улы республикалағы үҙгәрештәрҙең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ыңғай яҡтары тураһында ла хәбәр итте. Беҙ хәлде закон нигеҙендә төҙәтә башланыҡ, тип яҙа ул.
Президент хәбәр итеүенсә, яҡын киләсәктә республиканың «Полиэф», «Салауатнефтеоргсинтез», «Каустик» кеүек эре сәнәғәт предприятиелары полимер торба, медицина ҡорамалдары һәм башҡа бик күп продукция етештерә башлаясаҡ. Бөгөн республика сеймалынан әҙерләнгән был тауарҙар бүтән төбәктәрҙә сығарыла.