Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2011, 15:13

Хеҙмәт пенсияһы арта

1 февралдән хеҙмәт пенсиялары артасағы хаҡында «Йәшлек» йыл аҙағында уҡ хәбәр иткәйне. Ниһайәт, был көн килеп етте. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының күләме 8,8 процентҡа күтәрелә. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсияны 1,088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне индивидуаль рәүештә һанап сығарырға мөмкин.Индексация һө­ҙөм­тәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсия­һы­ның уртаса күләме – 7973, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пен­сия­һы 8290 һум тәшкил итәсәк.– Республикала хеҙмәт пенсияһын алыу­сыларҙың барыһы ла, ә улар бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсия аласаҡ, – тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.Социаль пенсияларҙы, дәүләт пенсияларын, шулай уҡ федераль ташлама алыу­сыларға аҡсалата түләүҙәрҙе 1 апрелдән арттырыу ҡаралған.Р. КҮСЕМХАНОВА.

Хеҙмәт пенсияһы арта
Хеҙмәт пенсияһы арта
1 февралдән хеҙмәт пенсиялары артасағы хаҡында «Йәшлек» йыл аҙағында уҡ хәбәр иткәйне. Ниһайәт, был көн килеп етте. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының күләме 8,8 процентҡа күтәрелә. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсияны 1,088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне индивидуаль рәүештә һанап сығарырға мөмкин.
Индексация һө­ҙөм­тәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсия­һы­ның уртаса күләме – 7973, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пен­сия­һы 8290 һум тәшкил итәсәк.
– Республикала хеҙмәт пенсияһын алыу­сыларҙың барыһы ла, ә улар бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсия аласаҡ, – тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.
Социаль пенсияларҙы, дәүләт пенсияларын, шулай уҡ федераль ташлама алыу­сыларға аҡсалата түләүҙәрҙе 1 апрелдән арттырыу ҡаралған.

Р. КҮСЕМХАНОВА.
Читайте нас: