Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2011, 15:14

Беҙҙекеләр һынатмай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы Берлинда үткән «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, юғары сифатлы һәм киң ассортиментлы продукция тәҡдим итеп, махсус призға лайыҡ булды. 76-сы тапҡыр ойошторолған уникаль агротауарҙар күргәҙмәһе 21 – 30 ғинуар­ҙа үтте. Унда донъяның алты тиҫтәгә яҡын иленән экспоненттар ҡатнашты. Рәсәй тауарҙары 6 мең квадрат метр майҙанлы павильонды биләне. Сарала өс йөҙҙән ашыу симпозиум, конференция ойошторолдо. «Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә Башҡортостан данын «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй» һөт комбинаты кеүек предприятиелар яҡланы. Ошо уҡ ваҡытта «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы дүрт немец фирмаһы – «Leon GmbH», «Leis GmbH», «Imkerei Sondermann», «Berjozka Lebensmittelhandel» менән умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметика продукцияһы оҙатыуға оҙайлы ваҡытҡа контракттар төҙөү тураһында һөйләшергә лә өлгөрҙө, Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәште. Р. НУРИСЛАМОВА.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы Берлинда үткән «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, юғары сифатлы һәм киң ассортиментлы продукция тәҡдим итеп, махсус призға лайыҡ булды.
76-сы тапҡыр ойошторолған уникаль агротауарҙар күргәҙмәһе 21 – 30 ғинуар­ҙа үтте. Унда донъяның алты тиҫтәгә яҡын иленән экспоненттар ҡатнашты. Рәсәй тауарҙары 6 мең квадрат метр майҙанлы павильонды биләне. Сарала өс йөҙҙән ашыу симпозиум, конференция ойошторолдо.
«Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә Башҡортостан данын «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй» һөт комбинаты кеүек предприятиелар яҡланы. Ошо уҡ ваҡытта «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы дүрт немец фирмаһы – «Leon GmbH», «Leis GmbH», «Imkerei Sondermann», «Berjozka Lebensmittelhandel» менән умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметика продукцияһы оҙатыуға оҙайлы ваҡытҡа контракттар төҙөү тураһында һөйләшергә лә өлгөрҙө, Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәште.

Р. НУРИСЛАМОВА.
Читайте нас: