Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2011, 14:25

Урман хужалығы министрлығы тикшереүҙәрҙе арттырасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 2011 йылға урмандан файҙаланыу­сы юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы планлы тикшереү үткәреү планын раҫланы. Ул БР Прокуратураһында хуплау тапты һәм Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы төҙөгән тикшереү үткәреү буйынса йыйылма планға индерелде.Быйыл шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата 155 планлы тикшереү үткәреләсәк. Уны министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге дәүләт урман инспекторҙары ҡатнашлығында башҡарасаҡ. Эксперттар сифатында башҡа ведомстволар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең дә йәлеп ителеүе ихтимал.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 2011 йылға урмандан файҙаланыу­сы юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы планлы тикшереү үткәреү планын раҫланы.
Ул БР Прокуратураһында хуплау тапты һәм Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы төҙөгән тикшереү үткәреү буйынса йыйылма планға индерелде.
Быйыл шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата 155 планлы тикшереү үткәреләсәк. Уны министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге дәүләт урман инспекторҙары ҡатнашлығында башҡарасаҡ. Эксперттар сифатында башҡа ведомстволар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең дә йәлеп ителеүе ихтимал.
Читайте нас: