Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 34-се ултырышы башланды. Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышында депутаттар 40 мәсьәләне ҡарап, 30-ҙан ашыу закон проектын тикшерәсәк. Парламентарийҙар алдында шулай уҡ республиканың һигеҙ суд участкаһының мировой судьяларын һайлау бурысы тора.
Башҡортостанда «Работница – 2011» конкурсы иғлан ителде. 19 февралгә тиклем ул район-ҡалаларҙа үтә. 2009 йылдан республиканың предприятие-ойошмаларында эшләүсе йәш ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән сарала ҡатнашыусылар һөнәре буйынса, ҡул эштәренә, йыр-бейеүгә оҫталыҡҡа һынау тотасаҡ.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты яңы логотипҡа һәм слоганын эшләүгә конкурс иғлан итте. Унда һәр кем ҡатнаша ала, эштәрҙе электрон форматта 20 февралгә тиклем
[email protected] адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Фамилия-исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, йәшегеҙҙе һәм бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы күрһәтегеҙ.
Быйыл 1 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда 93 меңгә яҡын үҙйөрөшлө машина һәм тағылма теркәлгән. Шуның 40 процентҡа яҡыны – шәхси секторҙа, 31 проценты – агросәнәғәт комплексында, 29-ы – төрлө предприятиеларҙа. Техника хужалары дәүләт техосмотрына 76 мең берәмектән ашыу үҙйөрөшлө машина, тағылма инвентарын килтергән.
Республиканың хәрби комиссариаттары көҙгө саҡырыу буйынса планын үтәгән. Әрме сафтарына Башҡортостандан 12 200 егет оҙатылған. Был турала 26 ғинуарҙа БР хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһауетдинов хәрби хеҙмәткә саҡырыу йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында хәбәр итте.
Төркиәнең Эрзурум ҡалаһында XXV бөтә донъя ҡышҡы универсиада старт алды. Ун көн дауам итәсәк сарала спорттың 11 төрө (биатлон, тау саңғыһы, саңғы ике алышы, трамплиндан һикереү, сноуборд һ.б.) буйынса ярыштар үтәсәк. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан Республикаһынан туғыҙ спортсы сығыш яһаясаҡ.
Өфө лимонарийында йыл әйләнәһенә уңыш йыйыла. Яңыраҡ ҡына унда лимон уңышы йыйып алынғайны, әле мушмула өлгөргән. Мушмула емештәрен лимонарий һатыуға сығармай, улар үрсетеүгә китә.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.